Салғылар сыңлар мәл

Таҙлар ауыл биләмәһе территорияһында “Сирень” ЯСЙ-һы 2006 йылдан уңышлы эшләй, үҙенең маҡсатлы йүнәлеше, тырышлығы менән Ейәнсура районы ауыл хужалығы тармағы үҫешенә тос өлөш индерә. 2012 йылдан предприятие менән Серик Рим улы Нуржанов етәкселек итә. Ойошма малсылыҡ, ҡырсылыҡ менән шөғәлләнә, ит, һөт етештерә, 100 баштан ашыу һыйыр малы аҫрай, 100 гектарҙан ашыу баҫыуҙа яҡшылап тәрбиәләнеп арпа, һоло үҫтерелгән. Әлеге ваҡытта “Сирень” баҫыуҙарында ла эштең ҡыҙған мәле, бесән сабыла, бына-бына иген культураларын урырға тотонасаҡтар. 1900 тонна бесән әҙерләнеп, һаҡлауға һалынған да инде. Бесән сабыуҙа тәжрибәле механизаторҙар Дим Ғәббәсов, Роберт Сәфәрғәлин әүҙем ҡатнаша.

Ураҡҡа төшөр алдынан комбайндарҙың техник хеҙмәтләндерелеүе яҡшылап тикшерелә. Беҙ барғанда шулай уҡ бында килгән техник тикшереү инспекторҙары “Сирень” ЯСЙ-һында комбайндарҙың ураҡҡа төшөргә тулыһынса әҙерлеген яҡшы баһаланы.

Һүрәттәрҙә:
Серик Нуржанов (уңда) техник тикшереү инспекторҙары менән әңгәмәләшә; Баҫыуҙа эш гөрләй; Ҡураларҙы, малдарҙы ваҡыты-ваҡыты менән дезинфекциялап торалар.

Әнисә Бикташева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей