Салауаттар ужым сәсеүгә төштө

“Салауат” Ясй-һы районда тотороҡло эшләүсе, төп тармаҡтарҙы үҫтереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүсе хужалыҡтарҙың береһе. Предприятие Ниғәмәт ауыл биләмәһенең тормошонда ҙур роль уйнай, социаль инфраструктураны үҫтереүгә тос өлөш индерә, халыҡты эш менән тәьмин итә. Заман ҡуйған һынауҙарға ҡарамаҫтан, салауаттар производствоны үҫтереү, техник потенциалды нығытыу өлкәһендә маҡсатлы эшләй һәм был үҙенең һөҙөмтәләрен бирә.

Йылдағыса, предприятие мал ҡышлатыу миҙгеленә яҡшы әҙерләнде һәм мөһим кампанияны ойошҡанлы атҡарып сыҡты. Бөтәһе 350 тонна бесән һәм 2000 тонна сифатлы сенаж һалынды, мал аҙығы туплауҙа 250 гектарҙа үҫтерелгән козлятник, 200 гектарҙағы һоло һәм 120 гектарҙағы көнбағыштың уңышы тос булды. Фуражды иҫәпкә алмағанда, шартлы һәр баш малға ҡарата 22 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнде. Был 450 баш һыйыр малын, шул иҫәптән 250 һауын һыйырын, имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирәсәк. Мал аҙығы туплауҙа механизаторҙар Тәлғәт Дәүләтов, Рәйес Кәримов, Мирза Ильясов, Флүр Әминев, Зәбир Рамазанов, Вилдан Утарбаев, Хәйҙәр Усманов, Зариф Рәхимов, ташыуҙа водителдәр Ришат Мәжитов, Сәғит Йәһүҙин иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Ашнаҡсылар Гөлшат Хәсәнова менән Гөлшат Кинйәбаева баҫыу батырҙарын тәмле аш һыуҙары менән һөйөндөрә.

Бер үк ваҡытта производствоның башҡа участкаларында ла эш гөрләп тора. Ошо көндәрҙә “Салауат” ЯСЙ-һы районда иң беренсе булып ужым культуралары сәсеүгә төштө: арыш – 60 гектарҙы, шипкән (рыжик. -ред.) 210 гектарҙы биләйәсәк. Был участкалағы эш Т-150 К тракторында Зәбир Ниғмәтуллинға ышанып тапшырылған.

Предприятие мөһим ауыл хужалығы кампанияһы – урып-йыйыу эштәрен дә яҡшы кәйеф менән башлап ебәрҙе, бының өсөн 5 берәмек комбайн ваҡытында әҙерлек һыҙығына баҫтырылды. Игенселәр, 40 гектарҙа орлоҡ өсөн үҫтерелгән күстерәнән 6 тонна уңыш йыйып алып, ошо көндәрҙә төп көстө һоло һуғыуға йүнәлтте. Әйткәндәй, баҫыуҙан ырҙын табағына килтерелгән ашлыҡты ваҡытында келәттәргә әҙерләп һалыу өсөн мәлендә сара күрелде – биналар таҙартылды һәм уларға дезинфекция үткәрелде.

Быйыл “Салауат” ЯСЙ-һы игенселәренә 700 гектарҙа һоло, 200 гектарҙа арпа, 400 гектарҙа бойҙай, 300 гектарҙа етен, 150 гектарҙа рапс, 60 гектарҙа донникты урыпһуғыу бурысы тора. Уңыш та насарҙан түгел. Быйыл да коллектив үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән атҡарып сығыр, тип ышанайыҡ.

Азамат МөХӘМӘТшИН.

Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей