Салауаттар булдыра, быға шик юҡ!

Был культураның гектар ҡеүәтенә ҡыштың ҡарһыҙ, яҙҙың оҙайлы, йәйҙең ямғырһыҙ, ҡоро булыуы кире йоғонто яһамаған, шунлыҡтан аграрийҙар мул уңышҡа өмөт итә.

Техник культураларҙан мул уңыш алыуға өлгәшкән Салауат исемендәге хужалыҡ көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө лә сәскән. Улар-төрлө тәжрибә, заманса ысулдарҙы үҙҙәрендә беренсе булып һынаусы ла. Тупраҡты ноутилл ысулы буйынса эшкәрткән аграрийҙарҙың баҫыуында люпин культураһы ла ҡоторо үҫә. Бөгөн ужым арышы майҙанын заманса “МакДон”, “Челленджер” комбайндары иңләй.

Уңыш бер нисә йыл элек сафҡа тапшырылған иген ҡабул итеү һәм киптереү комплексына ташылып, тейешле кондицияға еткереләсәк.

Хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләгән кадрҙар йәштәр менән тәжрибә уртаҡлаша, һәм йылдар буйына дауам иткән изге йоларҙың береһе.

Динислам Ғималетдиновтың тармаҡта эш башлауына 15 йылдан артыҡ.

-  Хеҙмәт сынығыуын алыуына байтаҡ йыл үтһә лә, миҙгел эштәренең һәр береһен айырым тулҡынланыу менән башлайым,- ти ул. Ужым культураһын сабыуға төшкән механизатор хеҙмәт шарттарының йылдан-йыл яҡшырыуына шат.

Хужалыҡта мал аҙығы орлоғо әҙерләүҙең дә ҡыҙыу мәле. Заманса ферма, тоҡомло мал иҫәбенә тулыландырылған көтөүлек, заманса хеҙмәт шарттары һөт һауыуҙа ҙур роль уйнай. Киләсәккә ҡарап йәшәгән тармаҡ хеҙмәтсәндәре киләһе йыл уңышын хәстәрләп ошо көндәрҙә мал үләне орлоғон йыйыуҙы башланы. Ошо көндәрҙә люцерна орлоғо ла йыйыуға тотоноу күҙаллана.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей