Ат сабыштары миҙгеле асылды
Хәбәр итеүебеҙсә, кисә район һабантуйы урынында Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Тайып улы Кусимов иҫтәлегенә ат сабыштары үтте.
Хәбәр итеүебеҙсә, кисә район һабантуйы урынында Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Тайып улы Кусимов иҫтәлегенә ат сабыштары үтте.
Ярыштарҙа республикабыҙҙың Архангел, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет райондарынан һәм Силәбе өлкәһенең Варна районынан 56 һыбайлы ҡатнашты. Улар биш заезда төрлө дистанцияларҙа ярышты.
Ике йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттары 1200 метрлыҡ дистанцияға йүгерҙе,бында финишты беренсе булып Алтын ҡушаматлы атында Баймаҡ районы һыбайлыһы Венер Ирназаров үтте.
Әбйәлилдән Альберт Ласыновтың Етегәне икенсе, Язар Таһировтың Сапсаны өсөнсө килде.
Икенсе заезда өс йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттары сабышҡан 3600 метрлыҡ дистанцияла беренсе һәм өсөнсө урын әбйәлилдәрҙә: Илфат Ғиниәтовтың Даръял ҡушаматлы аты беренсе, Фуат Талиповтың Буяны өсөнсө булып килде. Икенсе урынды бөрйәндәр алды.
Таҙа һәм ярым таҙа тоҡомло аттар араһындағы ярышта призлы урындарҙы ярашлы рәүештә Учалы, Ейәнсура һәм Баймаҡ райондары яуланы.
Оло аттар 7200 метрлыҡ дистанцияла көс һынашты. Бында ҡунаҡтар ал бирмәне: беренсе һәм өсөнсө урындар учалыларҙа, икенсегә баймаҡтар сыҡты,
"Бәйге" лә, белеүебеҙсә, төрлө тоҡомло һәм төрлө йәштәге аттар ҡатнаша, улар 10800 метр арауыҡҡа йүгерҙе. Бында беренселекте Әбйәлилдән Зөлфәр Мөхөтдиновтың Забары алыуы ҡыуаныслы. Икенсе-өсөнсө булып Баймаҡ һыбайлылары килде.
Автор:Рамиля Истанбаева