Сабырлығың һинең - хазина

Фәүзиә Муса ҡыҙының ғәжәйеп матур сифаты – кешелеклелек. Күңелендә бала саҡ ихласлығын һаҡлаған, тормош матурлығын күрә белеп, йөрәгендәге бар донъяға һөйөүен шиғри юлдарға теҙгән Фәүзиә апайға нисек һоҡланмайһың?! Ә бит уның бала сағы еңелдән булмаған. Ике йәштән атайһыҙ ҡалып, биш бер туған ауыр һуғыш йылдарының бар михнәтен татый. Шуға ҡарамаҫтан, зирәк ҡыҙ белемгә ынтылыусан, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә, кешеләрҙе бигерәк ярата, уларҙың һәр йылы һүҙен, хәстәрле ҡарашын, йөрәгенә йыйып, мәрхәмәт ҡиммәтен иртә аңлай.

Бөгөнгө абруйлы ағинәй Фәүзиә Йомағолова 1939 йылдың 5 майында Бишбүләк районының Елбулаҡтамаҡ ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Айыт урта мәктәбен тамамлағас, Тажикстан тау-байыҡтырыу фабрикаһында эшсе булып хеҙмәт юлын башлай. Эшһөйәр, отҡор, эшлекле ҡыҙ тиҙ арала етәкселек ышанысын яулай, һәм уны бүлек бригадиры итеп ҡуялар. Артабан ғилми-тикшеренеү институтында өлкән лаборант булғанда ла һынатмай, һәр саҡ эшен юғары баһалайҙар.

Шулай ҙа тыуған яҡ һағындыра һәм 1963 йылда ул Башҡортостанға юллана. Ҡайтҡас та ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Унда Мәләүез районы Яңауыл егете Миңләхмәт Йомағоловты осрата. Кешелекле, кеселекле ике йән бергә ҡушыла, булдыҡлы, һәләтле ҡыҙ менән егет яҙмыштарын бергә бәйләй. Ғаилә усағын тоҡандырып, эш башлағас та, икеһе лә халыҡ һөйөүен яулай, абруй ҡаҙана. Миңләхмәт Мөхәммәт улы ҡайҙа эшләһә лә, ҙур уңыштарға өлгәшә, “Нөгөш” колхозын, “Арыҫлан” совхозын яңы үрҙәргә алып сыға. Һис шикһеҙ, бында ышаныслы, ныҡлы таяныс булырлыҡ тоғро ҡатыны Фәүзиә апайҙың һәр яҡлы ярҙамы ҙур роль уйнай.  Һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан ғәҙел етәксе, ике улы һәм ҡыҙына хәстәрлекле атай, һөйөклө ҡатынына ҡанат ҡуйырҙай терәк тә булды. Икәүләп илһамланып донъя көттөләр, балаларына лайыҡлы тәрбиә бирҙеләр. Ҡыҙ-улдары тормошта үҙ урынын табып, ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәй. Инде ейән-ейәсәрҙәре лә, буй еткереп, юғары белем алып, уңыштары менән һөйөндөрә.

Фәүзиә Муса ҡыҙы оҙаҡ йылдар Арыҫлан урта мәктәбендә балалар уҡыта, химия, биология серҙәрен өйрәтә. Директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, мәктәп директоры, ауыл советы рәйесе кеүек яуаплы вазифаларҙы башҡарғанда үҙен оҫта етәксе лә итеп таныта. Фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтары, шулай уҡ урындағы кимәлдә лә Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнә. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, хеҙмәт ветераны исемдәренә лә лайыҡлы эйә булды ул.

Һәр эшкә яуаплы ҡараған, һәр саҡ һөҙөмтәгә эшләгән белгес ижад ҡомарын да юғалтмай. Кесе йәштән килгән шиғриәткә мөхәббәте тормош тәжрибәһе менән тулылана, һүҙе тосораҡ, шиғырҙары фәһемлерәк яңғырай, хикәйәләре, юморескалары тәрбиәүи әһәмиәте менән ҡиммәт. Ауылда уҙғарылған мәҙәни саралар сценарийҙары, ижад кисәләре авторы булараҡ та билдәле.  Ижады “Көнгәк”, “Ҡыҙыл таң”, “Дим буйҙары”, “Диләфрүз” баҫма биттәрендә донъя күрә.

Тормоштағы, эштәге вазифаларға ҡарамай, һәр саҡ итәғәтле, кеселекле булды, һис бер ваҡыт һауаланманы ул. Эйе, ябайлыҡта - барса бөйөклөк, Кеше була белеү - бөйөклөк, тип тағы ҡабатлайым.

Оло юбилей артылышында ил инәһе Фәүзиә Муса ҡыҙының күңелендә хис-тойғо ташҡан мәлелер - ғүмер юлдары яңынан байҡайҙыр. Дим ҡыҙы һәм Нөгөш килене -  ике яҡты берләштергән бер кешенең уртаҡ яҙмышы. Бишбүләктәр ошондай яҡташын, мәләүездәр оло йөрәкле, һәләтле, өлгө алырлыҡ замандашын берҙәй ярата, хөрмәт итә һәм ғорурлана, киләсәктә лә яңы ижади үрҙәр, оҙон бәхетле ғүмер теләй.

Фәүзиә ЙӘНТИЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей