Сабынлыҡты рәсмиләштереү тураһында

Белорет районы биләмәһендә халыҡҡа бесән сабыу өсөн ер етерлек. Бөгөнгө көндә районда 107 мең сабынлыҡ иҫәпләнһә, шуларҙың яртыһы Урман фондыныҡы. Мал һанына килгәндә, яҡынса 16 мең эре малдың һәр башына 6 гектар ер тура килә. Быларҙы һәм эре ауыл хужалығы предприятиелары ла юҡлығын иҫәпкә алғанда, сабынлыҡтар менән тәьмин итеү юғары кимәлдә тиергә була

Граждандарға хосуси милеккә дәүләт йәки муниципаль милектән бирелгән сикле (максималь һәм минималь) ҙурлыҡтағы ер участкалары урындағы үҙидаралыҡ органдарының юридик акты нормаларына ярашлы һәм Ер тураһындағы законда күрһәтелгән тәртип буйынса бирелә. Шәхси хужалыҡта продукция етештереү һәм эшкәртеүгә сит кешеләрҙе йәлеп итергә ярамай, бының менән тик ғаилә ағзалары ғына булыша ала. Сабынлыҡ, мал өсөн көтөүлек ерҙәрен биреүгә ҡағылышлы нормаларҙы иҫәпкә алып, ға риза биреүсегә тейешле урында һәм билдәләнгән ҙурлыҡтағы сабынлыҡты рәсмиләштереү өсөн урындағы ауыл хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унан һуң кадастр инженерҙары менән ерҙе межалау өсөн килешеү төҙөү зарур. Уларҙың исемлеген Күп функциялы үҙәктән һәм ауыл хакимиәттәренән алырға була. Межалау хаҡы 5-7 мең. Сабынлыҡ ҡуртымға 3 йылға бирелә, аренда хаҡын түләү, ер участкаһын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу йәһәтенән ҡағиҙә боҙоуҙар булмағанда, ерҙе файҙаланыу ваҡы ты милек менән идара итеү комитеты тарафынан оҙайтыла. Урман участкаһын сабынлыҡ өсөн алыу тәртибе башҡасараҡ. Бының өсөн урындағы урман хужалығына мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығына паспортығыҙҙың күсермәһен нисә баш мал тотоуығыҙҙы раҫлаған справкаға ҡушып ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Проект документы, межалау раҫланғандан һуң, урман ере сабынлыҡҡа 5 йылға түләүһеҙ бирелә.

Рәсимә СӘЛИХОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей