С Юбилеем! (Аургазинский район)
"Урал" ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Хабибуллин Хәйҙәр Ғәбиҙулла улын 85 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай! Юбилярғa киләсәктә яҡындары менән тыныслыҡта, һаулыҡта, муллыҡта, ҡыуаныста йәшәргә насип булһын.
1935 йылдың 1-се майында колхозсылар Ғәбиҙулла һәм Рәҡиә ғаиләһендә өсөнсө балалары Хәйҙәр тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә, атаһы яуҙа, әсәләре оло ағайҙары менән көн буйына колхоз эшендә - шуға ла бәләкәйҙән физик ауыр хеҙмәткә күнегеп үҫә ул. Ауылда мәктәпте тамамлағас, 16 йәштән колхозда эшләй башлай. 1955 йылда, 20 йәше тулғас, Төрөмбәт ауылынан Рәйсә Мөхәрәм ҡыҙы Ильясова менән ғаилә ҡоралар. Бер йылдан Хәйҙәр әрме сафына алына, өс йыл хәрби бурысын Венгрия илендә үтәй. Уның әрменән ҡайтыуын кәләше генә түгел, ә ике йәш ярымлыҡ улы Рифҡәттә түҙемһеҙләнеп көтә.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтыу менән, физик яҡтан таҙа, көслө егетте төҙөлөш бригадаһына беркетәләр, ҡыш таш сығаралар, ә йәйен һыйырҙарға таштан һарай һалалар. Ете йыл эшләгәс, малсы булып фермаға күсә, ә 1979 йылдан тимерсе булып тимерлектә эшләй. Был ауыр һәм бик кәрәкле һөнәрҙә ун йылдан артыҡ эшләне Хәйҙәр ағай. Тимерсе һөнәре ауыр һәм зарарлы эш һанала, шуға ла Хәйҙәр ағай 55 йәштән хаҡлы ялға сыҡты. Тормош иптәше Рәйсә Мөхәрәм ҡыҙы колхозда башта төрлө эштәр башҡарҙы, ә аҙаҡ 25 йылға яҡын һауынсы булды. Икеһелә тыныс, намыҫлы, ҡулдарынан килгәнен тырышып эшләнеләр. Хәйҙәр ағай Рәйсә апай менән 57 йыл бергә матур итеп ғүмер кисерҙеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы Рәйсә апай 2012 йылда 77 йәшендә тормош иптәше Хәйҙәр ағайҙы мәңгелеккә ҡалдырып китте. Бына 8 йыл инде төпсөгө Заһит һәм Дилбәр килене менән донъя көтәләр. Хабибуллиндар ғаиләһе алты балаға ғүмер бирҙеләр: Рифҡәт(1957), Айҙар(1962), Миләүшә(1964), Гөләйшә(1966), Заһит(1968), Заһиҙә(1974). Бөгөнгө көндә Хәйҙәр ағай иҫән-һау, ауыл тормошондағы бар яңылыҡ менән таныш, донъянан ҡәнәғәт булып йәшәй, балалары ла аталарының хәлен белергә ҡайтып торалар.
Хөрмәтле юбиляр! Алдағы көндәрҙә лә Һеҙгә ҡоростай таҙалыҡ, имен көндәр, ҡәҙер-хөрмәттә, балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп оҙон-оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Источник: СПК Урал