Рухи көсө сикһеҙ
Яҡты йөҙлө, йылмайып, ҡояш кеүек балҡып торған апайҙан тик йылылыҡ бөркөлә. Уның тураһында, оптимизм өлгөһө, тип күптәр әйтер, моғайын. Һөйләшеүҙең тәүге минуттарынан уҡ үҙенә тарта мәҡәләм геройы. Уның менән аралашҡандан-аралашҡы килә, һөйләшеп ултырғандан һуң йәшәүгә көс уянғандай була. Был мөләйем ҡатын - Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Хәниә Биктимерова.
... Ҡыҙ күп балалы колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Биш бала тәрбиәләнгән ғаиләлә ул икенсе була. Ап-аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һары сәсле сибәр ҡыҙ Ағиҙел йылғаһы ярында ғына урынлашҡан матур тәбиғәтле Яңы Ҡыйышҡы ауылында үҫә. Йәйҙәрен еләк-емеш йыя, Ағиҙелдә һыу инә, ҡыштарын тауҙан сана шыуа, тиҫтерҙәре менән ҡар бәрешеп уйнай. Йүгереп йөрөп, донъяның рәхәтлектәрен татый. Тәбиғәт ҡосағында тыуған бала бер үк ваҡытта йәмлелекте күреп-тойоп, матурлыҡты холҡона ла һеңдерә.
Тик яҙмыш аяуһыҙ шул. Тормоштарҙы ҡырҡа үҙгәртә лә ҡуя. Хәниәгә 14 йәш тигәндә сәләмәтлеге ҡаҡшай башлай. Аяҡтары һыҙлап, мускулдары йомшара. Яйлап хәрәкәт итеү ҙә ауырая башлай. Кем белә инде, бәлки, һуғыштан һуңғы ауыр, аслы-туҡлы йылдарҙың тәьҫире лә үҙенекен иткәндер... Бала сағынан уҡ уға ҙур тормош һынауҙары башлана. Шулай ҙа йәшәүгә һөйөүе көслө булған ҡыҙ тырышып-тырмашып алға бара. Инде тиҫтерҙәре араһында физик мөмкинлектәре менән шаҡтай айырылған ҡыҙ яҙмышына буйһона, сәләмәтлегенең сикле булмауынан ҡыйынһынмаҫҡа, оялмаҫҡа өйрәнә. Ул йәшәүҙең һәр миҙгеленә шатланып, тулы тормош менән йәшәргә күнегә. Атаһы һәм әсәһе быға булышлыҡ итеп, йәшәүҙе яратырға өйрәтә, балаларын тәрбиәләүгә бар көстәрен һала. Әйткәндәй, атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәбиәхмәт Шәйхетдин улы фронттан снаряд ярсығы тейеп, яңбашы имгәнеп ҡайта. Ул һыҙланыуҙарға ҡарамай, артабан тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Тыуған ере өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән кеүек, колхоз эшендә лә намыҫ менән хеҙмәт итә. “Ферма мөдире лә, парторг та, баҡса мөдире лә, һатыусы ла, сельпола таралар өсөн яуаплы кеше лә була. Ул йыр-моң яратты: саратов гармунында өҙҙөрөп уйнап, матур йырлай, сатан булһа ла, матур итеп бейей ине. Ә әсәйем Гөлзөһрә Низаметдин ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы булды. Оҙаҡ йылдар ауыл балаларына белем һәм тәрбиә бирҙе. Яҡыныбыҙ сабыр һәм баҫалҡы ине. Уның был холҡоноң сифаттары беҙгә – ҡыҙ балаларға күскән”, - тип ата-әсәһен матур иҫтәлектәр менән хәтергә алды.
Урындағы мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң уны бер туған Әлфиә апаһы үҙе эшләп йөрөгән район үҙәгенә килтереп, өйрәнсек итеп ашханаға урынлаштыра. Ашхананың бер мөйөшөн ширма менән бүлеп, уға кулинария бүлмәһе эшләйҙәр. “Петушки”, “Киевские помадки” тигән тәмлекәстәр яһарға өйрәнә. Тырыш ҡыҙға башҡа төрлө эштәр ҙә бирәләр. Ни ҡушалар, шуларҙы намыҫ менән үтәргә тырыша ул.
Шулай ҙа уҡырға, һөнәр алырға кәрәклеген аңлап, киләһе йыл Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһының бухгалтерҙар әҙерләү курсына килә. Бухгалтер һөнәренә эйә булғас, райондың статистика идаралығына эшкә урынлаша. Һандар донъяһында гиҙә. Иҫәп-хисап шул тиклем күңеленә ята, эшендә донъяһын онота. Артабан уҡырға ынтылған ҡыҙ белемен камиллаштырыу өсөн ситтән тороп Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Һуңынан колхозда эшләүен дауам итә.
Эшһөйәрлеге менән айырылып торған Хәниә Хәбиәхмәт ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулай. Һәр нимәгә өлгөр, тырыш, яуаплы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән, әүҙем хеҙмәткәрҙе ойошманың комсоргы итеп тә һайлап ҡуялар. Йәмәғәт эшендә лә йәштәрҙе ул үҙ артынан эйәртә. Шулай уҡ эштә стена гәзитендә редколлегия ағзаһы була.
...Яҙмыш һынауын дауам итә. Сатанлап булһа ла атлаған ҡатын бер көн килеп атламаҫ була. Аяҡтар тыңлашмай. Ни эшләйһең, Хоҙай тәҡдире, тип яҙмышына күнә. Тик бер ваҡытта ла башҡа кешеләргә күҙ йәштәрен күрһәтмәй, улар эргәһендә булғанда йылмайып, ихлас һөйләшеп ултыра. Ә бер үҙе генә ҡалғанда күҙ йәштәренә ирек бирә...
Әммә I төркөм инвалиды булған Хәниә Хәбиәхмәт ҡыҙы тормошто һөйөүе, көслө рухлылығы, оптимизмы һәм энергияһы менән һоҡландыра. Сәләмәтлеге сикләнһә лә, әүҙем тормош рәүеше алып бара. Дуҫының тәҡдиме буйынса яңы заманса телефон һәм ноутбук һатып алып, интернет менән ҡулланырға өйрәнә. Унда яңы таныштар таба. Хәйер, былай ҙа уның дуҫтары, таныштары бихисап. Элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә уның янына һәр саҡ килә, элеккеләрҙе хәтерләп, әлегеләр тураһында һөйләшеп ултыралар. Ә таныштары инвалид коляскаһында ултырған кешегә психологҡа кеүек, кәңәш һорап килә. Күпме кәңәш, тел ярҙамы тейә уларға!
Алыҫ мәктәп йылдарында тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бик яратып, камил үҙләштергән була. Әле лә китаптар уҡырға ярата. Хәҙер күпме йылдарҙан һуң да бер шиғыр яҙыусыға грамматика һәм орфографика буйынса ярҙам итә алыуына һөйөнә.
Уға күҙ төбәп килеүселәргә үҙен кешеләр араһында кәрәкле итеп тойорға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтле ул. Ә туғандарына рәхмәте сикһеҙ. Улар туғанын һәм апаһын яраталар, аңлайҙар, ҡәҙерен беләләр, туғанлыҡты аңлап, хәстәрлек күрәләр.
- Тирә-яғымда гел изге күңелле кешеләр булды. Улар миңә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итте, - ти ул.
Хәниә Биктимерова һис зарлана белмәй, Хоҙай биргән ғүмеренә ҡәнәғәт булып, тормоштоң, тирә-яҡтың йәмен күреп һәм татып, һәр атҡан таңға һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәй. Унда йәшәү шатлығы, һынмаҫ ихтыяр көсөнөң күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Был һөйкөмлө ябай ҡатындың физик мөмкинлеге сикле булһа ла, рухи көсө сикһеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.