РӘССАМ ДА, ЙЫРСЫ ЛА, УМАРТАСЫ ЛА...
Йәнбәктәге һәүәҫкәр рәссам Йәмилә Рамазанованы күптән ишетеп белә инек. Уның һүрәттәре гәзитебеҙҙә баҫылғаны ла булды. Ошо яҡтарға юл сыҡҡас, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уны һәм башҡа эштәрен күрге килде.
Йортона килеп инеү менән стена тулы төрлө картиналарға хайран ҡалдыҡ! Ваҡыт табып, бындай матурлыҡ булдырған ябай ауыл ҡатынына һоҡланмаҫлыҡ түгел. Талантлы ҡатын байтаҡтан бирле ижад итә икән.
- Бәләкәй сағымдан уҡ һүрәт төшөрөргә яраттым. Өлкәндәр эштәремде күреп шатлана торғайны. Һәләтемде ишетеп, клуб һәм ауыл Советы стенгазетаһына йыш ҡына һүрәт төшөрттөләр. Ауылда 2-се класты бөтөргәндән һуң, ата-әсәм миңә ҙур өмөттәр бағлап, Өфөләге 3-сө мәктәп-интернатҡа килтерҙе. Ә инде 8-се кластан һуң 4-се һанлы художество интернатына үҙем күстем. Аттестат алғас, ижад итеүһеҙ йәшәй алмағанымды аңлап, Стәрлетамаҡ художество училищеһына уҡырға индем. Бында профессиональ рәүештә рәссамлыҡтың бөтә нескәлектәренә өйрәндем. Унда 4-се разрядлы диплом менән сыҡтым, - ти Йәмилә Фәрит ҡыҙы. - Һүрәттәремдә күңелемә яҡын нимәләрҙе төшөрәм. Бала сағымда бик тә аттар яраттым. Һыбай йөрөргә әүәҫ булғас, ат бушаған мәлде көтөп кенә тора инем. Ағайҙарыбыҙ булһа ла, ике бер туған ҡыҙ тиреҫте аҙбарҙан алып сығып, ат менән түгә торғайныҡ. Дуҫҡа әүерелгән малҡай янында төшкән фото ла бар. Шуға ла аттар төшөрөлгән картиналарым күп.
Яҙмыш Йәмиләне йыраҡ алып китмәй, ауылда ҡалдыра. Күршелә генә йәшәгән Илһам исемле егет менән бер-береһен оҡшатып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Өс улға ғүмер бирә улар. Өлкәндәре Илнур Атйетәр мәктәбендә уҡытыусы - ул математика фәненән һәм физик культуранан балаларға белем бирә. Айнурҙары Себерҙә эшләй. Ә төпсөктәре Вилнур - 9-сы класс уҡыусыһы. Йәмиләнең профессиональ рәссам булыу хыялында булһа ла, тура килмәй. Ул байтаҡ йылдар фермала һыйырҙар һауа. Әммә ысын ижад кешеһе тик ултыра аламы һуң инде? Уй-кисерештәрен, тормошҡа, тәбиғәткә ҡарап һоҡланыуҙарын, әлбиттә, һынландыра! Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәр булһа ла, ижад өсөн ваҡыт табырға тырыша. Уның бушыраҡ ваҡыттары һәр саҡ ирекле ижад менән бәйле.
Картиналарында башҡорт аттары, һыбайлы ҡыҙ, хужаһы менән тоғро эт, тау барсы, тутыйғоштар, башҡорт орнаменттары һәм башҡалар бар. Городецкая, хохлома, мозаика росписен ҡуллана ул. Кухня стенаһы, йыһаздары һәм иҙәне лә үҙенсәлекле һүрәттәр менән биҙәлгән. Элек үҙе өсөн генә төшөрһә, хәҙер ошо матурлыҡты башҡаларға ла күрһәтергә теләй. Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата ойошторолған күргәҙмәгә алып барырға тигән уйы ла бар.
Ҡатындың һүрәттәре күңелде сафлығы, серлелеге, миллилеге һәм ихласлығы менән арбай. Уларҙан башҡорт рухы бөркөлөп тора. Оҫта ҡулдар башҡарған һүрәттәргә ҡарап туймаҫлыҡ! Ябай ауыл ҡатыны нисек өлгөрә икән тигән һорау ҙа тыуа. “Тәүҙә нимә төшөрәсәгемде уйлап ҡуям. Эш араһында, илһам килгәндә бар күңелемде һалып тотонам”, - ти ул.
Һәләтле кешелә йыш ҡына башҡа таланттар ҙа була. Йәмилә Рамазанованыҡы ла нәҡ шулай. Ул матур, көслө тауышлы йырсы ла. Ауылдарында һәм күрше Никитинда уҙғарылған сараларҙа моңло йырҙары менән сәхнәләрҙе биҙәй. Киләсәктә район Мәҙәниәт һарайында сығыш яһап, бөтә райондаштар алдында сығыш яһарға хыяллана ул. Тағы ла Йәмиләнең бер шөғөлө бар: ул умартасы ла. “Умартасылыҡ менән һигеҙ йыл шөғөлләнәм. Атайым бал ҡорттарын ғүмер буйы тотто. Шуға ла ошо эшкә ең һыҙғанып тотонам, күңелемде бирәм. Ирем һәм балаларым миңә ярҙамсы”, - ти ул.
Бына шундай һоҡланғыс, бай күңелле ҡатын йәшәй Йәнбәктә. Киләсәктә лә ул яҡташтарын ижади уңыштары менән һөйөндөрөп, илһамландырып торһон!
Фәниә Сәлимгәрәева.