Республиканың атҡаҙанған химигы Маҡтаулы гражданы исеменә лайыҡ булды

Ҡала мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған күләмле сара үтте. Тантанала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Галин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутататтары Рамаҙан Рамаҙанов, Анатолий Веськин, Дмитрий Иванов һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы  тураһында йөкмәткеле кинотаҫмала 100 йыллыҡта ирешелгән уңыштар, тарихи саралар бәйән ителде.

Нефть шишмәһен ауыҙлыҡлаған, илебеҙҙе иген, ит-һөт менән тәьмин иткән, урман үҫтергән, ер аҫты байлыҡтары сығарған,  юлдар, йорттар төҙөгән, йыр-моңға бай, ҡаһармандар төбәге лә ул Башҡортостан!

Был донъяға улар ҡаһармандар булып тыумаған

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың сығышында республика үҫешенә тос өлөш индергән төбәк халҡына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Үҙаллылыҡ, автономия яулау өсөн ғүмерен дә йәлләмәгән яҡташтырыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән күләмле эш башҡарылған һәм бөгөн дә дауам итә. Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, локаль бәрелештәрҙә йәнен-тәнен аямаған батырҙарҙың исем-шәрифе һәйкәл, стелаларға уйып яҙылыу ғына түгел, осрашыуҙарҙа үҫеп килгән быуынға ла ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тапшырыла.

15 мең һалдатын бөйөк яуға оҙатҡан  райондаштарыбыҙ тылда ла һынатмай. Советтар Союзы матди яҡтан һәм ҡоралланыу йәһәтенән яҡшы тәьмин ителгән Германияны ошо илһөйәрлек тойғоһо булмаһа еңер инеме?! Илебеҙҙе емереклектәрҙән тергеҙеүгә көнөн төнгә ялғаған ҡатындар, оло йәштәгеләр, уларға алмашҡа баҫҡан балалар, үҫмерҙәр  автономия ҡаҙаныштарын һаҡлауға, Еңеү яулауға үҙ өлөшөн индерҙе.

Ошондай тантаналарҙа иҫтәлекле исемдәр тапшырыу йолаһы дауам итә. Сираттағы ҡотланыусы, республиканың атҡаҙанған химигы Илдар Әлмөхәмәтов “Мәләүез районы һәм ҡалаһының Маҡтаулы гражданы” исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғылары район Хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

“Башҡортостан иҫән ҡала тиһәләр, Бер йәнемә миллион үлем бир!” Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Шәйехзада Бабичтың ошо шиғри һүҙҙәре менән башланы телмәрен. “1917 йылда ойошҡан башҡорт милли хәрәкәтенең тамырҙары быуаттар дауамынан килгән күтәрелештәргә барып тоташа һәм уларҙың барыһының төп талабы ер булды”, - тине сығышында һәм Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Терентьевич Станкин да был көндө Торлаҡ Сертификаты алып ҡыуанды.

50 йыл бергә йәшәгән, төбәккә ул-ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтергән, үҙҙәре лә лайыҡлы тормош юлы үткән Запрометов, Никифоров, Мөлөковтарға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән бүләктәр тапшырылды.

Тантана бай йөкмәткеле концерт менән дауам итте.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей