“Республика башлығына ҙур рәхмәт”, - ти баҡсасылар

Күптән түгел республика башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән республикала 300-ҙән ашыу урамда һатыу итеү өсөн бушлай сауҙа рәттәре урынлаштырылды.

Район үҙәгендәге Көнкүреш йорто алдында ла ауыл халҡы өсөн үҙҙәре етеш¬тергән ит, һөт ризыҡтарын, емеш-еләген, бәшмәген һатыу өсөн тиҙ арала ошондай сауҙа рәттәре эшләп ҡуйылыуы бик ҡыуаныслы хәл булды. Сөнки, бында элек һатыусылар әйберҙәрен ергә ҡуйып һатырға мәжбүр ине.

Кесе йома көндө бындағы һатыусыларҙың фекерҙәрен һорашып, емеш-еләк хаҡтары менән ҡыҙыҡһынып сыҡтым. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Әлиә Ташбулатова баҡсаһында үҫкән помидор, ҡыяр, һуған, кишер, ташҡабаҡ, һарымһаҡ, ҡарағат, ҡурай еләген һатыуға алып сыҡҡан. Ул шәхси баҡсаһынан артҡан йәшелсә-емеш һатыу менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә икән. Элек аҙна һайын баҙарға ғына алып сыға инем, ә хәҙер ошондай яҡшы мөмкинлек килеп сыҡҡас, бында йөрөйәсәкмен, ти ул.
Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы ауылынан Ирина Вәхитова ла ел-ямғырҙан, эҫе ҡояштан һаҡлап торған ябыҡ сауҙа рәттәре урынлаштырылыуына бик ҡәнәғәт. Ул һуңғы осорҙа ғына ер еләген, ҡурай еләген һатып байтаҡ аҡса эшләгән.

Ә Матросовка ауылынан күп бала әсәһе Галина Яковлева көнөнә 4-әр биҙрә ер еләге йыйып һатып, ошо миҙгелдә генә 35 мең табыш алған.
Ҡырмыҫҡалы ауылының хаҡлы ялдағы уңған хужабикәләре Раиса Зотова, Юлия Васильева, Зәлиә Усмановалар ҙа гәзит аша республика башлығы Радий Хәбировҡа, тиҙ арала сауҙа рәттәре эшләтеп ҡуйған ауыл хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатовҡа рәхмәттәрен еткерҙе. Өҫтәлдәр эргәһенә тар ғына эскәмйәләр ҙә урынлаштырылһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине, тигән тәҡдимдәрен дә белдерҙе улар.
Был көн Ефремкино ауылынан байтаҡ йылдар мәтрүшкә һатыу менән шөғөлләнгән Валентина Гавриловаға, Константиновка ауылынан йомортҡа, картуф, ташҡабаҡ алып килгән Надежда Раваеваға ла сауҙа итеү өсөн уңышлы булған.
Иш янына ҡуш булһын тип, баҡсаларында тырышып еләк-емеш үҫтереп, ер еләген йыйып, мәтрүшкә, миндек эшләп һатҡан кешеләргә афарин тиергә генә ҡала.
Баҙар хаҡтары менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ:
Помидор – 150 һум;
Ҡыяр – 50-60 һум;
Кишер – 50 һум;
Һуған – 45-50 һум,
Ташҡабаҡ – 50 һум;
Картуф – 50 һум;
Һарымһаҡ– 300 һум;
Ҡарағат – 300 һум;
Ҡурай еләге - 500 һум;
Йомортҡа – 100 һум;
Мәтрүшкә – 100 һум.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей