Районды хеҙмәт кешеләре данлай...

Байым урта мәктәбе райондың гөрләп йәшәгән һәм эшләгән 70-90-сы йылдарын сағылдырып, эстафетаны йомғаҡлап ҡуйҙы. Был данлы осор республиканың һәм Әбйәлилдең иң матур дәүере — халыҡтың янып эшләгән, хеҙмәт батырлыҡтары күрһәткән, колхоз-совхоздар сәскә атҡан, ауылдарҙа тормош иркенәйеп, социаль-мәҙәни объекттар күпләп төҙөлгән, юлдар һалынған мәле.

Тарихи эстафетаның йомғаҡлау этабына йыйылған хөрмәтле ҡунаҡтарҙы, район мәктәптәре директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарын байымдар ихлас ҡаршы алды. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелиск алдында митинг яһап, сәскә һалғандан һуң барса ғәм сара үтәсәк мәҙәниәт усағына йүнәлде. Ә унда һабантуймы ни: ауылдар элеккесә бригадаларға ойошоп, үҙҙәренең кәсептәрен сағылдырырға тырышып өҫтәлдәр ҡуйған, самауырҙар янында ниндәй генә һыйҙар юҡ, мәктәп уҡыусылары бер иш кейемдәр, гимнастеркаларҙа флешмоб күрһәтә.

Күп тармаҡлы үҙәктең фойеһында йәйелдерелгән күргәҙмә шул осорға алып ҡайтты. Намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелгән наградалар, байраҡтар, алдынғылар хаҡында гәзит һүрәтләмәләре — Шайморатов исемендәге колхоздың гөрләп эшләгән сағын хәтерләтте. Йәнекәй, Яңы Балапан, Мораҡай ауылдарын берләштергән 3-сө бригаданың ҡаҙаныштары ғына ни тора?! Йәнекәй фермаһында ғына 10 мең һарыҡ иҫәпләнгән, 100 һарыҡтан 132 бәрәс алыуға өлгәшкәндәр. Ә ябай хеҙмәтсәндәр ниндәй юғары баһаларға лайыҡ булған: Ленин ордены кавалеры Булат Ҡорманаев, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты Сәлимә Зәйтүнова, Йәнекәй фермаһының алдынғы мөдире Хитабулла Мурзин.

4-се бригадала Әхмәт, Яйҡар ауылдары халҡы тырышып эшләй. Ленин ордены кавалерҙары Яхъя Байғәҙәмов, Ғимал Ғиниәтуллин, Фәрит Мансуров, бригадирҙар Ғәле Баһауетдинов, Хәләфетдин Үтәбаев, хеҙмәт алдынғылары Зәбир Мәсәлимов, Вәдүт Ғирфанов, Ғәйфулла Шаһимәрҙәнов дөйөм эш өсөн үҙҙәрен йәлләмәй.

Малсылыҡ, игенселек, хатта балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән 5-се бригада колхозда айырым урын алып тора. Аһылайҙан Исмәғил Хафизов, Хәтижә Шаһимөхәмәтова, Сәйәр, Әхиәр, Хәбибулла, Рәйес Ғайсиндар, Фәрит Аҙнабаевҡа тиңләшергә тырыша күптәр. Ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы, СССР-ҙың Юғары Советы депутаты Мөъмин Фазлетдинов, Хеҙмәт даны, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Иштимер Яҡупов колхоздың ғорурлығы була.

Уҙған быуаттың 70-80-се йылдары Шайморатов исемендәге колхоздың юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән мәле була. Социалистик ярыштарҙың күсмә байрағына эйә булған хужалыҡ хеҙмәтсәндәре өсөн лайыҡлы эш һәм йәшәү шарттары булдырыуҙы ла хәстәрләй. Колхоз рәйесе Насип Зәйтүновтың тырышлығы менән Ташбулат станцияһы янында переезд төҙөүгә Мәскәүҙән рөхсәт алына. Колхоз үҙәгенән станцияға тиклем ҡырсынташлы юл күтәрелә. 1978 йылда Сибай-Өфө поезы Ташбулат станцияһынан беренсе пассажирҙарын алып китә. Шул рәүешле, йәштәргә юғары белем артынан баш ҡалаға юл асыла. Байым урта мәктәбе янында уҡыусылар өсөн 140 урынлыҡ интернат төҙөлә. Ҡолдобай күле янында хеҙмәт һәм ял лагеры сафҡа индерелә. Туйыш ауылында тирә-яҡ ауылдарҙы хеҙмәтләндереүсе тирмән тулы көсөнә эләй башлай. Аһылайҙа ҡымыҙсылыҡ фермаһы асыла. Асҡар — Байым һәм Байым — Магнитогорск маршруты буйынса автобустар йөрөй башлауы ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға була. 1978-1989 йылдар арауығында Байымда һәм Яңы Балапанда балалар баҡсаһы, Аһылайҙа һәм Яңы Балапанда 160-шар урынлыҡ клуб, Рәхмәт ауылында медпункт, бөтәһе 12 магазин, ашхана-ҡунаҡхана, торлаҡ йорттар төҙөлә. Колхоздың матди-техник базаһы ла нығына: быҙау аҙбары, санүткәргес, өс силос траншеяһы, пилорама, 16 тракторлыҡ гараж, заправкалау станцияһы файҙаланыуға тапшырыла. 1983 йылда хужалыҡ коллектив подряд ысулын үҙләштерә башлай. Тәүге йылда подрядҡа силос культуралары үҫтереү буйынса һарыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ звенолары күсерелә. Байым бригадаһынан Мәжит Вәлиев, Ишбулды Шаһимәрҙәнов, Ғәзиз Йәһүҙин, Иштимер яҡупов, Сәләх Мөхәмәҙиев, Айҙар һәм Әнүәр Халиҡовтар, Әүхәҙи Мөхәмәҙиев, Туйыш бригадаһынан Әсғәт Әхтәмов, Закир Махийәнов, Рафаэль Мөхәмәҙиев, Вәхит Хисамметдинов, Даян Сөләймәнов, Виктор Скворцов юғары уңыш алыуға өлгәшә. Колхоздың йәшелсә баҡсаһында ҡыяр, помидор, кишер, кәбеҫтә үҫтереүсе уңғандар Сәлхиә Йыһаншина, Фәғилә Моратова, Ғәрифә Ғилманова, Мәрхәбә Садиҡованың хеҙмәте маҡтаулы була. Эшкә сос, тырыш байымдар йыр-моңға ла маһирҙар. Төрлө смотр-конкурстарҙа урындар алырға ла өлгөрәләр.

Сараның рәсми өлөшө совет осорондағыса ҡыҙыл буҫтаулы өҫтәлдәр ҡуйылған сәхнәлә дауам итте. Президиумға хөрмәтле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, КПРФ-тың республика бүлексәһенең беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Илһам Ғәлин, район Советы рәйесе Ишморат Әминев, тыуған яҡты өйрәнеүсе Мират Бикмәтов, район Советы депутаты Рәсүл Шөғүров, алдынғы һауынсы Земфира Сәғәҙиева, Байым биләмәһе башлығы Йәлил Зәйтүнов саҡырылды. Сығыш яһаусылар  эстафетаның йәш быуын өсөн мөһимлеген, республика һәм райондың бай тарихын лайыҡлы дауам итергә, уңыш-ҡаҙаныштарын арттырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Арымай-талмай эшләгән, бөгөн сал сәсле ветерандарға ла сәхнәнән рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Байым урта мәктәбе директоры Зилә Зарипова менән урындағы биләмә башлығы Йәлил Зәйтүнов республиканың 100 йыллыҡ юбилейын байымдар ниндәй уңыш-хәстәрҙәр менән ҡаршылауы хаҡында бәйән итте.

Бай йөкмәткеле итеп ойошторолған тамаша сағыу концерт номерҙарынан торҙо. Алып барыусылар Байым күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк директоры Марс Сәйетғәлин менән урта мәктәптең директор урынбаҫары Рәйлә Собханғолова йөҙ йыллыҡ юбилейға арнап, йөҙ ваҡиғаны иҫкә алды.

Эстафетаға йомғаҡ яһау өсөн Рәсүл Шөғүров менән Мират Бикмәтов һүҙ алып, мөһим сарала әүҙем ҡатнашҡан мәктәптәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Иң-иңдәр төрлө наградаларға лайыҡ булды. Райондың шанлы, данлы үткәне, алдынғы хеҙмәт кешеләре өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан тарихи эстафета тамам. Республиканың йылъяҙмаһында артабан тик ҡыуаныслы ваҡиғалар, шатлыҡлы мәлдәр урын алһын.

Д. САФИУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей