Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов: “Район үҫеше республика тарихы менән ауаздаш”

- Яңыраҡ төбәк өсөн иҫтәлекле ваҡиға Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Бер быуат элек Совет власы һәм Башҡорт Хөкүмәте  араһында тарихи Килешеү төҙөлә. Бөгөнгө булмышыбыҙҙың мәғәнәһе ошо документта  сағыла.

100 йыл дауамында Башҡортостан дәүләттең ҡеүәтле, ышаныслы нигеҙен тәшкил итте. Төбәк халҡы илебеҙҙең сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни ҡаҙаныштарына тос өлөш индерҙе. Район үҫеше республика тарихы менән ауаздаш, был һүҙҙәрҙә ысынбарлыҡ, тарих сағыла.

Алдынғы ауыл хужалығы предриятиелары 1936 йылда Мәскәүҙә үткән күргәҙмәлә ҡатнаша. Ошо йылдарҙа  киптерелгән һөт заводына нигеҙ һалына, унан һуңғыларында кирбес, тимер-бетон, автомобилдәр ремонтлау заводы, ағас эшкәртеү, элеватор төҙөлөп сафҡа тапшырыла. Улар ҡаланы ил кимәлендә танытыуға булышлыҡ итте.

Беҙ Ватанын һаҡлауға дәррәү күтәрелгән 15 меңдән ашыу ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ.Уларҙың исемдәре һәйкәл-мемориалдарға уйып яҙылған, беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

Төбәктең 11 һалдаты - Советтар Союзы Геройы, икәүһе - Дан орденының тулы кавалеры, башҡа меңәрләгән яҡташыбыҙ яуҙа һәм тылда күрһәткән батырлығы өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә.

Яҡташтарыбыҙҙың һуғыштан һуңғы хеҙмәте автономиялы республиканың данын арттырыуға булышлыҡ итте.

Районыбыҙҙың талантлы ул-ҡыҙҙары бер өлкәлә лә һынатмай. Улар араһында танылған ғалимдар, республика райондары башлыҡтары, врач, уҡытыусы һәм башҡа тармаҡ белгестәре күп. Бөгөн республика - сәнәғәт үҫеше буйынса танылған төбәк кенә түгел, Рәсәй кимәлендә милли йолалар, туризмды үҫтереү буйынса иң матур урындарҙың береһе.

Етештерелгән тулайым продукция  күләме арта, предприятиелар уңышлы эшләй, төрлө инвестиция программалары тормошҡа ашырыла. 

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа район халҡының 30 проценты йәлеп ителгән.

Ауыл хужалығы - райондың иҡтисади үҫешенең этәргес көсө. Беҙҙең аграрийҙар Башҡортостанда беренселәрҙән булып заманса технологияларҙы ҡуллана. Салауат исемендәге кооператив, “Ашҡаҙар”, “Дружба”хужалыҡтары, “Старт” фермер хужалыҡтары -һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә.

Шәхси һәм крәҫтиән хужалыҡтары, ғаилә һөтсөлөк фермалары үҫешә.

Төҙөлөш тармағы республика күрһәткесенән йылдамыраҡ бара, йыл да 58 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа тапшырылыуы ошоға дәлил.

Йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ял итеү, йәмәғәт урындарын, социаль объекттар, балалар учреждениеларын төҙөкләндереү маҡсатында күләмле эш дауам итә.

Социаль тармаҡҡа ҡараған мәғариф, һалыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт үҫеше - көнүҙәктә.Күп балалылар, йәш ғаиләләр, ветерандар мөрәжәғәте буйынса даими эш алып барыла.

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей