Район һабантуйында Тирмәләр конкурсы

Район һабантуйында Тирмәләр конкурсы үҙенсәлекле булды. Борай районының һәр ауыл советы үҙенең тирмәләрен ҡорған. Улар зауыҡ менән биҙәлгән, милли үҙенсәлектәрҙе асып бирергә тырышҡан. Башҡорттарҙың аш-һыуы табын түрендә урын алған. Борондан ҡалған йола күренештәрен дә күрһәтте тирмә хужалары.Быйылғы район һабантуйында Кайынлыҡ ауыл биләмәһе ҡорған тирмә беренсе урынға лайыҡ булды.Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Советтар Союзы геройы Сәхип Нурлығаян улы Майский шәжәрәһе менән танышып, юғары бәя бирҙе.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей