Район агросәнәғәтенең ғорурлығы

Райондың агросәнәғәт комплексында Ленин исемендәге АХК ғәйәт ҙур роль уйнай. Урал аръяғы төбәгендә иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булып танылған хужалыҡтың бай һәм алдынғы эш тәжрибәһе республика кимәлендә лә киң билдәле.

Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, оҫта ойоштороусы Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән был предприятие ҡатмарлы осорҙа ла алдынғы хужалыҡ итеүҙең асыҡ өлгөһө булып тора, производство һәм социаль мәсьәләләрҙе берҙәй уңышлы хәл итеүҙә башҡаларға үрнәк күрһәтә.

Ленин исемендәге кооператив үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын йылдан-йыл рентабелле үҫтереүгә өлгәшә, тейешле технологияларҙы файҙалана, перспектив йүнәлештәр өҫтөндә эшләй. Район кимәлендәге хеҙмәт ярыштарында лениндар бер ҡасан да алдынғылыҡты биргәне юҡ. Быйылғы хужалыҡ йылын да Ленин исемендәге АХК юғары һөҙөмтәләр менән тамамлай.

Тәбиғәт ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, предприятие быйыл да төп тармаҡтарҙы ойоштороуҙа табышлы эшләне. Барлығы 36 млн һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде, производствоның рентабеллеге 8 процент тәшкил итте. 13021 центнер һөт етештерелде, фураждағы һәр һыйырҙан 3588 кг продукция һауып алынды.

Аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, хужалыҡтың үҫемлекселек тармағы йылына күрә яҡшы уңыш үҫтереп алды, етерлек орлоҡ һәм фураж әҙерләп һалды. Ураҡта механизаторҙар Зәки Ҡотлоғужин, Фәнил Ғәйетбаев, комбайнсылар Биктимер Килдин, Ишмулла Сәғәҙәтов һәм Хәйҙәр Балхин иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште.

Малсылыҡ тармағы ҡышҡа яҡшы әҙерләнде, етерлек күләмдә сенаж, бесән, һалам һәм фураж тупланды. Йәйге осорҙа Таулыҡай фермаһы һауынсылары Айгөл Сәғәҙәтова, Фәнүзә Байегетова, Фирүзә Буранбаева һәм Роза Ишкинина, Сыңғыҙҙан Гөлсирә Уразбаева, Миләүшә Ҡотлоғужина, Хәҙисә Заманова һәм Вилүрә Гөлбәйетова, Буранбайҙан Миңзифа Моталлапова, Әминә Усманова, Зәлифә Моталлапова һәм Әлмира Раева иң күп һөт һауып алыуға иреште. Таулыҡайҙан һауын гурты малсылары Ғәфүр Абдуллин, Рәйес Ишкинин, Рәмил Сәғитов, Хәлил Тулыбаев, Данил Үҙәнбаев, Шәһит Дәүләкәнов, быҙау ҡараусы Мәрйәм Мөхәмәтова, Сыңғыҙҙан Мөдәрис Әбдрәшитов, Ришат Сирбаев, Рим Ғәйетбаев, быҙау ҡараусылар Ләйсән Мәхмүтова һәм Нәркәс Мәхмүтова, йәш мал ҡараусылар Айнур, Айбулат Буранбаевтар, Хәлит Уразбаев һәм Хәмит Ҡарамырҙин, Буранбайҙан Әхәт Алтынбаев һәм Ибраһим Моталлапов һынатманы.

Ленин исемендәге АХК етәкселеге коллектив ағзаларының хеҙмәтен лайыҡлы баһалауға, социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә һәр саҡ етди иғтибар бүлә. Һәр кампания уңайы менән хеҙмәт ярыштары ойоштороу һәм алдынғыларҙы күтәрмәләү бында матур йолаға әүерелгән. Үҫемлекселектә удар 1, 3 көнлөктәр, малсылыҡта хеҙмәтсәндәр, бригадалар араһында ярыштар ойоштороу һәм иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәрҙе аҡсалата бүләкләү бының асыҡ миҫалы булып тора. Бындай социаль ярҙам райондың бер хужалығында ла юҡ.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн Ленин исемендәге АХК бына шундай юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршылай һәм ысын мәғәнәһендә районыбыҙҙың ғорурлығы булып тора.

Һүрәттә: Сыңғыҙ фермаһы коллективы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей