Район агросәнәғәтенең ғорурлығы

Районда ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәгендә иң ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булып танылған Ленин исемендәге АХК-ның бай эш тәжрибәһе республика кимәлендә лә киң билдәле. Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, оҫта ойоштороусы Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән был предприятие ҡатмарлы осорҙа ла алдынғы хужалыҡ итеүҙең асыҡ өлгөһө булып тора, производство һәм социаль мәсьәләләрҙе берҙәй уңышлы хәл итеүҙә башҡаларға үрнәк күрһәтә.

Кооператив үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын йыодан-йыл рентабелле үҫтереүгә өлгәшә, алдынғы технологияларҙы файҙалана, перспектив йүнәлештәр өҫтөндә эшләй. Район кимәлендәге хеҙмәт ярыштарында ла лениндар бер ҡсан да алдынғылыҡты бирмәй. Хужалыҡ күп тапҡырҙар республика кимәлендә иң һөҙөмтәле эшләгән коллективтарҙың береһе булып танылды һәм БР Хөкүмәтенең Дипломдары менән бүләкләнде. Быйылғы хужалыҡ йылын да Ленин исемендәге АХК юғары һөҙөмтәләр менән тамамлай һәм берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй.

Тәбиғәт ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, Ленин исемендәге АХК быйыл да төп тармаҡтарҙы ойоштороуҙа рентабелле эшләне. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙән быйыл туғыҙ айҙа 45 млн 591 мең һум табыш алынды. Һөтсөлөк тармағы – 34 млн 518 мең һум, ит етештереү  5 млн 904 мең һум килем килтерҙе, саф табыш 3 млн 871 мең һум тәшкил итте. Производствоның рентабеллеге – 13,1 процент. Тулайым һауым 21 656 центнер булды, фураждағы һәр һыйырҙан 4331 кг һөт һауып алынды. Әйтергә кәрәк, бөтә күрһәткестәр буйынса ла яҡшы үҫешкә өлгәшелде.

Ҡоро һауа шарттары бәкәлгә һуҡһа ла, хужалыҡтың үҫемлекселек тармағы быйыл да яҡшы уңыш үҫтереп алды. Иген культураларының тулайым йыйымы 21720 центнер тәшкил итте, гектар ҡеүәте иһә 18,1 центнер булды. Ураҡта игенселәр Зәки Ҡотлоғужин, Фәнил Ғәйетбаев, Ғәлим Ғәлин, Биктимер Килдин, Зөлфәр Кәримов, Дамир Үҙәнбаев ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте.

Малсылыҡ тармағы ҡышҡа яҡшы әҙерләнде, барлығы 13226 центнер бесән, 50089 центнер сенаж тупланды, етерлек һалам һәм фураж һалынды. Мал аҙығы  әҙерләүҙә Айрат Туйсин, Самат Сәйетов, Хадарис Мортазин, Илдар Гөлбәйетов, Мостафа Салихов, Салауат Гөлбәйетов, Әхмәр Кәйекбирҙин, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов һынатманы. Әйткәндәй, малсылыҡ базаларында хәтһеҙ ремонт эштәре атҡарылды һәм ошо көндәрҙә мал ҡураларға ҡайтарылды.

Районда иң күп мал аҫраған хужалыҡ булараҡ (1500 баш һыйыр малы.-автор), Ленин исемендәге АХК малсылыҡ тармағын үҫтереү, тоҡомсолоҡто яҡшыртыу, малды яһалма ҡасырыу, барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырыу өлкәһендә маҡсатлы эшләй һәм ул үҙенең тос емештәрен бирә. Баш зоотехник Ҡәйүм Уразбаевтың уңған етәкселегендә малсылыҡ продукцияһы етештереүҙе арттырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр күрелә. Һауынсылар Фәнүзә Байегетова, Айгөл Сәғәҙәтова, Фирүзә Буранбаева, Тәслимә Ғәлина, Гөлсирә Уразбаева, Хәҙисә Заманова, Мөслимә Балхина, Вилүрә Гөлбәйетова, Миләүшә Ҡотлоғужина, Рәмилә Ҡотоева, Зәлифә Моталлапова, Әлимә Усманова, Фирҙәүес Алтынбаева, Миңзифа Моталлапова хеҙмәт ярышында алдынғылыҡты бирмәй. Малсылар Данил Үҙәнбаев, Ғәфүр Абдуллин, Хәлил Тулыбаев, Рәйес Ишкинин, Ришат Сирбаев һәм Әхәт Алтынбаев маҡтауға лайыҡ.

Ленин исемендәге АХК етәкселеге коллектив ағзаларының хеҙмәтен лайыҡлы баһалауға, социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә һәр саҡ етди иғтибар бүлә. Һәр кампания уңайы менән хеҙмәт ярыштары ойоштороу һәм алдынғыларҙы күтәрмәләү бында матур йолаға әүерелгән. Быйыл удар 1, 3 көнлөктәр ойоштороуға, үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса ярышта еңеүселәрҙе бүләкләүгә барлығы 700 мең һум аҡса тотонолған. Бындай социаль ярҙам менән райондың бер хужалығы ла маҡтана алмай.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн Ленин исемендәге АХК бына шундай юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршылай һәм ысын мәғәнәһендә районыбыҙҙың ғорурлығы булып тора.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей