Район аграрийҙарына ҡыуаныс

Район аграрийҙарына ҡыуаныс
Район халҡын ҡыуандырып, ауыл хужалығы техникалары өсөн запас частар магазины үҙ ишектәрен асты. Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү йүнәлешендәге “Агростиль” магазины Аҡъяр ауылының иҫке аэропорт биҫтәһендә урынлашҡан.
“Агроүҙәк” кампанияһы Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә эре запас частар менән тәьмин итеүсе эре кампанияларҙың береһе. Бөтәһе 20 филиалы бар. Бихисап әҙерләүсе заводтарҙың рәсми дилерҙары булып тора. Шулай уҡ запас частарҙан тыш, “Ростсельмаш” заводы ауыл хужалыҡтарын техникалар менән дә тәьмин итә.
Яңы “Агроүҙәк” тракторҙар, комбайндар өсөн запас частар һатыу менән шөғөлләнәсәк. Бындай магазин ни өсөн кәрәк? Районда ауыл хужалыҡтары артҡандан-арта бара. Шулай уҡ уларҙың техника паркы тракторҙар, комбайндар менән даими тулылана. Єммә ошоға тиклем яҡын тирәлә техникаларҙы хеҙмәтләндерә торған бер магазин булманы. Фермерҙар эштәрен туҡтатып, йә Өфөгә, йә Ырымбур өлкәһенә барыу өсөн, 300-600 километр юл үтә торғайнылар. Є хәҙер рәхәт. Кәрәк булды икән, килдең дә алдың. Беҙҙең район өсөн генә түгел, хатта күрше райондарҙан: Баймаҡ, Йылайырҙан килеп алыусылар ҙа етерлек.

Хәҙер Хәйбулла районы ауыл хужалығы продукциялары етештереүселәре техниканы әҙерләү эшендә сифатлы запас частар һатып ала ала. Магазинда теләгән бер техникаға киң ассортиментлы запас частар бар. Бындай магазин асылыуы–беҙҙең район аграрийҙары өсөн оло ҡыуаныс.

–Районда крәҫтиән-фермер хужалыҡтары арта бара, үҫешә. Фермерҙар техника яңыртып тора, ситтән запас частар һатып алалар. Беренсенән, фермерҙар запас частар өсөн әллә нисә километр юл үтеп, ваҡыт әрәм итеп йөрөмәй. Кәрәк нимәне магазиндан килеп ала. Беҙ Ырымбур ҡалаһына күргәҙмәгә фермерҙар менән барып күрҙек. Шул маҡсаттан сығып, һәр береһе запас частарҙы әллә ҡайҙан эҙләп йөрөмәһендәр тип һөйләшеп, ошондай магазин асылды ла инде. Хәҙерге көндә Баймаҡ, Йылайыр райондарынан һатып алыусылар бар. Сөнки уларға ла был магазин уңайлы.

Бөгөнгө көндә районда 173 фермер. Уларҙа 464 трактор, 116 комбайн бар. Є шәхси хужалыҡта 557 трактор. Шуға күрә фермерҙарҙан тыш, тракторы булған һәр кеше ҡыуана. Сөнки ауылда һәр ихатала тиерлек техника бар. Беҙгә бындай магазин күптән кәрәк ине. Шулай уҡ магазинда өс эш урыны булдырылды,–тине муниципаль район хакимиәте ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Фаил Бикбов.

- 2003 йылдан алып эшләйбеҙ, ошо арауыҡта 2 мең клиенттарыбыҙ бар. Улар беҙҙең менән даими эшләйҙәр һәм беҙҙең тауарҙан, эшебеҙҙән ҡәнәғәттәр. Хәйбулла районында магазинды бушҡа ғына асманыҡ тип өмөт итәбеҙ, сөнки ауыл хужалыҡтары башлыҡтары, фермерҙар районда сифатлы запас частарҙың булыуын күптән теләйҙәр ине. Беҙҙең магазин Урал аръяғында беренсе филиал. Беҙҙең төп бурыс–ауыл хужалыҡ техникаларын сифатлы запас частар менән тәьмин итеү. Үҙебеҙҙең даими клиенттарҙы күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Бөгөн магазин ишектәре асылһа ла, ошо көнгә тиклем 2 ай эшләне, шул арауыҡта бихисап клиенттар туплап өлгөрҙөк,–тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты Андрей Шепелев.

Эйе, бөгөнгө көндә был магазин бик уңай. Сөнки районда урып-йыйыу эше башланды. Комбайн боҙолоп, фермер ул запас часты эҙләгәнсе 2-3 көн үтеп китә. Є бында үҙенә кәрәкте килә лә алаһың.
Гүзәл Бохарбаева

Фекерҙәр:

Эльвира Ѓәбитова, шәхси эшҡыуар:

–Үҙемә кәрәк запас частар артынан ошо көнгә тиклем Гай ҡалаһына йөрөнөм. Хәҙер яҡын да, әгәр берәй нимә ярамаһа, алмаштырып та була. Минең өсөн бик уңайлы магазин. Єммә ҡулаҡса менән генә һптып алып була, әгәр ҙә терминал булһа, бик отошло булыр ине, сөнки күбеһенсә бөтә кеше карта менән файҙалана.

Борис Абдуллин, фермер:

-Бындай магазин районда күптән кәрәк ине. Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан магазиндар кеүек үк, бында ла хаҡтар бер тигеҙ. Љайһы бер 100-200 һум өсөн генә 200-300 километр юл үтергә тура килде. Был магазинға көн дә киләм тип әйтһәм, яңылыш булмаҫ. Сөнки бесән, урып-йыйыу ваҡытында уныһы йә быныһы кәрәк була. Хәҙер районда техникаһы булған һәр бер кеше рәхәтлеккә сыҡты тип уйлайым.

Илһам Юлдашбаева, магазин һатыусыһы:

–Бесән ваҡытында һәм урып-йыйыу эштәре эше алдынан күп клиенттар йыйылды, шулай уҡ төрлө запас частарға заказдар алдыҡ. Уларҙы аҙна һайын алып килеп торалар. Ћатып алыусылар һәр ваҡыт ҡәнәғәт.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей