Рассказ ветерана тыла

Ниғматуллина Сәүиә Абдулхаҡ ҡыҙы 1930 йылдың 19 мартында Иҫке -Мишәр ауылында тыуа. Эшсе крәҫтиән ғаиләһендә.

- Ғаиләлә 3 бала үҫтек. Әсәйем Хәйҙәр ҡыҙы Мәхмүзә. Һуғыш башланғанда миңә 11 генә йәш ине. 12 йәштән ашлыҡ утарға йөрөнөм .15 йәштән иҫәпсе-хисапсы булып эшләнем.1950 йыл август айында Ғүмәр ауылы Гарифулла Нигаматулла улына тормошҡа сыҡтым .Тормош иптәшем менән 4 балаға ғүмер бирҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тәүге улыбыҙ 6 йәшендә Әй йылғаһыда батып үлде. 3 балам иҫән-һау барыһыла үҙ аллы донъя көтәләр. 12 ейәнсәрҙәрем бар. 15 бүлә-бүләсәләрем бар. Тормош иптәшем менән 63 йыл бергә ғүмер кисерҙек. Килен булып төшкәс "Комсомолец" колхозында эшләнем .1965 -1985 йыл хаҡлы ялға сыҡҡансы Ғүмәр малочный фермаһында ҡул менән һыйыр һауҙым, эш дәүерендә "Социалистик хеҙмәт" алдынғыһы наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары менән буләкләндем "Заслуженная доярка" исемен 3 тапҡыр алдым. Быйыл аллаға шөкөр 90 йәшемде тултырҙым .Ғүмәр ауылына килен булып төшкәнемә 70 йыл булып китте. Әлеге көндә 5 намаҙ ҡалдырмай доғалар уҡып хоҙайға шөкөр итеп балаларымдың матур итеп йәшәгәндәренә мине тәрбиә иткәндәренә кинәнеп- ҡыуанып йәшәйем.Һуғыш әфәттәрен киләһе быуынға күрергә яҙмаһын.
Барыһына ла иҫәнлек -именлек, ғаилә бәхете,тыныс күк йөҙө теләп ҡалам.Барығыҙҙы ла етеп килгән Еңеү байрамы менән ҡотлайым!!!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей