Радий Хәбиров Йылайыр папоротнигынан ауыҙ итте!
09 июня 2022
Радий Хәбиров Йылайыр папоротнигынан ауыҙ итте! Радий Фәрит улы Йылайыр районын танытҡан рус өйөндә булды һәм район бренды һаналған папоротниктан, бәшмәктән ауыҙ итте. Әйтергә кәрәк, беҙҙең районға килгән ҡунаҡтар папоротникты ашамай ҡайтмай. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында барған инвестһабантуйҙа ла беҙҙекеләр был ябай булмаған һәм ят аҙыҡты ҡунаҡтарға тәҡдим итте.