Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл» республика конкурсының бүләкләү фондын 10 тапҡырға арттырырға тәҡдим итте

Башҡортостан башлығы был турала бөгөн еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында белдерҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған быйылғы конкурста 52 райондан 464 ауыл үҙ көсөн һынап ҡараған. Абруйлы жюри ағзаларына еңеүселәрҙе һайлап алыу еңел булмай. Еңеүселәр исемлегендә-өс район, бынан тыш төрлө номинацияларҙа еңеүселәр, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә билдәләнде. Айыҡ тормош өсөн көрәшселәр менән беҙҙең БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.

Спортта ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмаған берҙәм ейәнсуралар бөгөн финалда. Меңгә яҡын кеше йәшәгән Башҡорт Үргене ауылы «айыҡ ауыл» республика конкурсының еңеүсеһе. Башҡортостан башлығы уларға 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы, бынан тыш район үҙ премияһын да булдырған, еңеүсегә  урындағы бюджеттан 300 мең һум.

Икенсе баҫҡыста-Баймаҡ районының Йылым ауылы, уларға 250 мең һум күләмендәге премия тапшырылды. Хужалар әйтеүенсә, еңеү – берҙәм һәм көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәһе, конкурсҡа олоһо ла, кесеһе лә, хатта ситтә йәшәгәндәр ҙә ҡушылған.

Өсөнгө урынға Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы лайыҡ булды. Бынан тыш, тантнала төрлө номинациялар ҙа еңеүселәр ҙә билдәләнде. Мәҫәлән, халыҡ-ара олимпия уйындарынан ҡалышмаған Ауылпиада ойошторған Дәүләкәндәр. Иҫке Көрмәнкәйҙәр интернет тауыш биреүҙә еңеүсе.

Күгәрсендәр иһә жюри ағзаларын ижади һәләттәре менән ғәжәпләндерә. Үрге Мөрсәләй ауылы конкурсҡа арнап фильм төшөргән, уларҙың тырышлығы Башҡортостан Хөкүмәтенең махсус призы менән  баһаланды.

Ә бына белореттарҙың ыҫланған ҡорото Башҡортостанда ғына түгел  сит илдәрҙә лә киң билдәле. Ботай ауылы конкурсҡа оҫталыҡ дәресе әҙерләгән. Халыҡ кәсептәрен пропагандалаған ер хужаларына – «Йолаларға тоғролоҡ» номинацияһы.

Еңеүселәрҙән тыш финалға сыҡҡан 12 ауылға 25 мең һум күләмендә премиялар тапшырылды, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре билдәләп үтелде. Финалға сыҡҡан һәр ауыл, йәмәғәт эшмкәре хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Барыһы ла тыуған яғының бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып йәшәй. Бүләкләү тантанаһы уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәләкәй генә баһа.

Әле республика конкурсының фонды 2 миллион һумға яҡын. Радий Хәбиров бүләкләү фондың ун тапҡырға арттырға тәҡдим итте. «Айыҡ ауыл» конкурсы-халыҡ проекты тине Радий Фәрит улы һәм киләсәктә ҡатнашыусылар һанын 2 меңгә еткереү, ҡалаларҙы ла йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы тәҡдименә ярашлы, еңеүселәр өсөн махсус республика программаһы әҙерләү ҙә ҡарала, уның сиктәрендә финалға сыҡҡан биш ауыл үҙ биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү мөмкинлеге аласаҡ.

Ауылдар араһындағы айыҡлыҡ конкурсы һуңғы йылдарҙа ғына ойошторола башланы һәм тиҙ арала уҡ беҙҙең тормошта лайыҡлы урын яуланы. Тимәк, был көтөп алынған сара һәм проблема көнүҙәк. Ә айыҡ ауыл конкурсы хәҙер айыҡлыҡ, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалау сараһына ғына түгел, берҙәмлек, йүнселлек, күркәм тормош сағылышына ла әүерелә бара.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей