Проекттарҙың нигеҙле булыуы кәрәк

Район хакимиәтендә инвестсәғәт форматында һәр кесаҙна үткәрелеп килгән кәңәшмәнең сираттағыһында киң йүнәлешле проект ҡаралды.

Эшҡыуар Александр Одиноков белдереүенсә, проект симменталь тоҡомло эре мөгөҙлө малды һәм башҡорт аттарын үрсетеүҙе, колбаса цехы эшен, ағас ҡалдыҡтарынан ыҫлау өсөн юнысҡы һәм пеллеттар (торлаҡ йорттарҙа ҡулланылған биояғыулыҡ) етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ә бына хужалыҡ эшен Александр Игоревич Һайран ауылы эргәһендә асыуҙы күҙ уңында тота. Ул эре мөгөҙлө һәм йылҡы малын бер нисә йыл эсендә 1500 башҡа еткерергә ниәтләй.

Муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология буйынса бүлек начальнигы Рафиҡ Ғабдуллин, проект күп һорауҙар тыуҙыра, тип билдәләп үтте. Мәҫәлән, 1500 баш йылҡы малын көтөү өсөн генә лә әллә күпме ер кәрәк. Ә ул ерҙәрҙә – халыҡтың сабынлығы, көтөүлеге. Проектта эре мөгөҙлө һәм йылҡы малының һаны булған мөмкинлектәргә таянып уйланылмаған, һәр икеһен 500 башҡа еткереүҙе планлаштырырға тәҡдим итәм, тине ул.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов та эшҡыуарға күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Проект буйынса ағас ҡалдыҡтарынан юнысҡы һәм пеллеттар етештереү цехының ниндәй ер участкаһында төҙөлөүе билдәһеҙ тип, быға асыҡлыҡ индереүҙе һораны. Цехтарға электр линияһын һуҙыу ҙа ҡатмарлы һорау.

Комиссия ағзалары, эшҡыуарға проектының етешһеҙлектәрен төҙәтергә, тигән тәҡдим индерҙе. Хакимиәт, үҙ сиратында, камиллаштырылған проект буйынса артабан эшләргә әҙер булыуын белдерҙе.

Район хакимиәтенең сауҙаны координациялау, хеҙмәттәр һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге телефон һандарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2-34-38, 3-37-76. Бизнес-план, проекттарҙы әҙерләү этабында ла белгестәр ярҙамға әҙер.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей