Первомайский ауылының аҡһаҡалы
17 января 2022
Первомайский ауылының аҡһаҡалы, 90 йәште атлап уҙған Ғәле Илһам улы Ҡаҙаҡбаевты тәбрикәленек бөгөн ғүмер байрамы менән. Бар ғүмере буйы “Матрай” совхозында алдынғы механизатор булып эшләй. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, бала саҡтан ҡара эшкә егелеп үҫә ул. Биш баланы аяҡҡа баҫтырған өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ғәле Илһам улы һәм Сәмсинур Хәмитйән ҡыҙының ныҡлы ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 65 йыл. Бер-береңә тоғро ҡалыуҙы тимер менән сағыштырып, был дата «тимер туй» тип нарыҡланған. Йәштәргә өлгө булған был ғаиләне һәр кем ихтирам итә. Иңде-иңгә ҡуйып ғүмер кисергән Ҡаҙаҡбаевтарҙың алдағы көндәрҙә лә пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балалар, ейәндәр, бүләләр изгелеген күреп, оҙаҡ ваҡыт тиң йәшәргә яҙһын.