Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр

Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаевтың агроном һөнәрен һайлауы, аҙаҡ уңышлы фермер булып китеүе атаһынан киләлер. Атаһы - “Таналыҡ” колхозының ғына түгел,  ә райондың данлыҡлы механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары кавалеры Ғәбит Ғәббәс улы -  барлыҡ хеҙмәт юлын туған хужалығын үҫтереүгә арнаған шәхес. Әсәһе Таңһылыу Сабит ҡыҙы ла намыҫлы хеҙмәт юлы үтә.

Бына ошондай күркәм ғаиләлә үҫкән егет бәләкәйҙән үҙенең яҙмышын тыуған ере менән бәйләргә ҡарар итә һәм данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, “Таналыҡ” колхозында агроном-орлоҡсо, бригадир, баш агроном булып эшләй. Хужалыҡ тарҡалғас, “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалында менеджер, производство буйынса директор урынбаҫары вазифаларын башҡара.

Ярайһы тәжрибә туплап алғас, Ғиззәт Ғәбит улы үҙ эшен асырға ҡарар итә – бынан өс йыл элек фермер хужалығы ойоштора. Малсылыҡ тармағы буйынса махсуслашҡан хужалыҡ йылдан-йыл үҫешә бара, мал һанын арттыра, техник потенциалын нығыта бара. Ғ.Ямантаев “Эш башлаусы фермер” программаһында уңышлы ҡатнашып, грантҡа лайыҡ булды һәм шул дәүләт ярҙамына 31 баш тана, пресс-йыйғыс һатып ала. Бөгөн был предприятиела 60 баш һыйыр аҫрала, улар һаны йылдан-йыл арта бара.

Хужалыҡта производство ҡеүәттәрен арттырыуға етди иғтибар бүленә. “Таналыҡ” колхозының элекке “Ыҙма” йәйләүе эргәһендә “Ғ. Ямантаев” КФХ-һы Бәхтигәрәйҙән “И.Ямантаев” КФХ-һы менән берлектә үҙҙәренең бөтөн талаптарға яуап биргән йәйләүен төҙөп сыҡты. Һыйыр һауыу майҙансығы менән бер рәттән, унда барлыҡ уңайлыҡтары булған малсылар йорто ла ҡалҡып сыҡты.

Шуны үҙенсәлекле, фермер хужалығы үҙенең сифатлы продукцияһы менән көн дә Баймаҡ халҡын ҡыуандырып тора. “Йәшмә” магазины артында, үҙәк китапхана янында “Ғ.Ямантаев” КФХ-һы һөт һатыуҙы ойоштора. Әйткәндәй, һатып алыусылар продукциянан бик ҡәнәғәт.

Предприятие киләсәккә матур уй-ниәттәр ҡора, производствоны артабан үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ныҡлы теләк һәм тырышлыҡ булғанда уларҙың барыһына ла өлгәшергә мөмкин

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей