Ошондай кешеләр илде туйындыра

На страницах республиканской газеты "Башкортостан" опубликованы материалы о давлекановских предприятиях. Статья посвящена деятельности ООО "Канаш", коллектив возглавляет Фанис Талгатович Хабибуллин

Башҡортостанда ғына түгел, тотош донъяла һәр кем өсөн кәрәкле, хатта бик мөһим бер тармаҡ бар. Ул – ауыл хужалығы. Тап ошо аграр предприятиелар кешелек өсөн иң мөһим продукцияны етештерә. Ғөмүмән, элек-электән ерҙә эшләгәндәргә ҙур хөрмәт менән ҡарағандар. Бының сәбәбе ябай: икмәкһеҙ, һөтһөҙ, тағы итһеҙ һәм башҡа аҙыҡ-түлекһеҙ йәшәү мөмкин түгел.

Ҡайһы берәүҙәр: “Ауыл хужалығы табыш килтермәй. Был тармаҡ иҡтисади йәһәт­тән отошло түгел”, – ти. Әммә был фекер менән һис килешеп булмай, сөнки, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, аграр өлкәлә лә үҙ эшен яратып башҡарғандар, һөҙөмтәлә ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр бик күп. Хатта былтыр илебеҙ бойҙайҙы экспортҡа сығарыу буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Был ҡаҙа­ныштарҙа, әлбиттә, әлеге лә баяғы, ер кешеһенең хеҙмәте сағыла.

Ауыл хужалығы тармағын­дағы хужалыҡтарға килгәндә, хәҙер улар – табыш килтергән тармаҡ. Беренсенән, илебеҙҙә бының өсөн төрлө мөмкин­лектәр булдырыла. Икенсе­нән, сит илдән килгән аҙыҡ­тарға алмаштырыу мөмкин­леге лә аграр хужалыҡтарға үҫешергә булышлыҡ итә. Өсөн­сөнән, предприя­тие­ларға, фермерҙарға табышлы эшләү өсөн төрлө дәүләт программалары бар.

Республикабыҙҙа һәр район һәм ҡала үҙенсәлекле. Был хатта халыҡ хужалығы тар­маҡ­тарына ла ҡағыла. Мә­ҫәлән, баш ҡалабыҙҙан 100 ки­лометр самаһы алыҫ­лыҡта ятҡан Дәүләкән районын алайыҡ. Бында ауыл хужалығының төрлө тармаҡ­тары үҫешкән. Игенселеккә күҙ һалһаҡ, йыл һайын бойҙай, арыш, арпа һәм башҡа иген культуралары, шәкәр сөгөл­дөрө һәм көнбағыштан яҡшы уңыш алына. Ошо уҡ иген культураларын “Канаш” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте лә үҫтерә.

Предприятие идараһы Дәү­ләкән ҡалаһынан ҡырҡ километр алыҫлыҡта ятҡан Суйынсы-Николаевка ауылында урынлашҡан. Йәмғиәт игенселек менән генә шөғөлләнә. Йәмғиәттең һигеҙ мең гектар ере бар. Унда ужым һәм яҙғы бойҙай, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә. Бына нисәмә йыл инде хужалыҡҡа Фәнис Хәбибуллин етәкселек итә. Ул хеҙмәт юлын “Ҡа­ҙан­ғол” хужалығында зоотехник булып башлаған. Һуңғараҡ оҙаҡ йылдар ошо уҡ райондың Ленин исемендәге колхозы рә­йесе булып эшләгән. “Шәкәр сөгөлдөрөнән уңыш былтырғы кеүек үк яҡшы булыр тип уйлайым”, – ти Фәнис Тәлғәт улы.

Фәнис Тәлғәт улы хужалыҡ­тың эшен табышлы итеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Бында баҫыуҙарҙа көс түккәндәрҙе көн һайын өс тапҡыр бушлай ашатыу ҡа­ралған. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡы­тында бирелә, тырышып эш­лә­гәндәргә тағы ла ең һыҙға­нып көс түгеү өсөн төрлө дәртләндереү саралары ҡа­рал­ған. Мәҫәлән, хеҙмәт ал­дын­ғыларына респуб­лика­лағы шифаханаларҙың бере­һенә юллама тапшырыла. Бынан тыш, аҡсалата премия­лар ҡа­ралған. Өҫтәүенә ху­жалыҡ­тың үҙенең магазины ла бар.

Ауылдағы йорттарға газ индерелгән, клубта ремонт эш­тәре атҡарылған. Бына тигән мәктәп менән балалар баҡсаһы бар. Уларға ла йәмғиәт тарафынан ярҙам күрһәтелеп тора. Мәктәп директоры Светлана Петрова­ның әйтеүенсә, бында балалар IX класҡа тиклем белем ала. Ата-әсәләр ҙә белем усағына даими ярҙам итә. Мәҫәлән, IV класс уҡыусы­ларының ата-әсәһе ҡыҙҙары һәм улдары белем алған кластың тәҙрәләрен алмаш­тырған.

“Һәләтле кеше һәр ғәмәлгә һәләтле” тигән һүҙҙәр тап Фәнис Хәбибуллин тураһында кеүек. Ауыл хужалығына ҡағы­лышлы бар мәсьәләне хәл итә алырлыҡ бына тигән оҫта етәк­се лә, ойоштороусы ла ул. Әммә ҡасандыр сәнғәт юлын һайлаған булһа, ха­лыҡта танылыу яуламай ҡал­маҫ ине, моғайын. “Уралым” йырын һуҙып ебәрһә, тирә-йүн тын ҡала.

Уның ғаиләһе лә ныҡлы, тотороҡло. Ҡатыны Сәриә менән икеһе лә Әлшәй районының Ғәй­никамал ауылынан. Ошо татыу ғаиләлә Илзирә, Земфира һәм Фирзар хеҙмәткә һөйөү күреп үҫә. Улар ҙа ата-әсәһенә оҡшап уңған, тормошта үҙ урынын тапҡан. Ҡыҙҙарының үҙ ғаиләләре бар. Илзирә Крас­нодарҙағы ортопедия үҙәгендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул Өфөләге 1-се медицина училищеһын һәм Көнсығыш иҡтисади-гуманитар университетын тамам­лаған. Ире Алексей менән Кирилл, Илья исемле улдар тәрбиәләйҙәр. Земфира – Нижневартовски­ҙа, башлан­ғыс кластар уҡы­тыусыһы. Ире Ринат менән Рина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Фирзар – төҙөлөш ойошма­һында мастер.

Дәүләкән яҡтарына бар­ғанда, бына ошондай хужалыҡ һәм уның уңған етәксеһе ме­нән таныштыҡ. Фәнис Хә­бибуллин кеүек хеҙмәт уң­ғандары булғанда, ауыл хужа­лығының киләсәге бар, тигән уй ҡалды күңелдә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей