ОШО ЕРГӘ БЕРЕККӘНДӘР

Иң кәрәкле һөнәр эйәләре – ауыл эшсәндәренең эше менән танышыу өсөн юлдан балҡып күренеп торған   “Алатау” мегафермаһына килдек. Уларҙың халыҡты мал продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн  тырышып хеҙмәт итеүҙәрен күреү теләге йүнәлтте бында. Эштең ҡайнап торған сағына тура киленде. Һәр кем үҙ хеҙмәте менән мәшғүл ине: механизаторҙар тракторҙа һалам ташый, һауынсылар  “карусель”  ярҙамында  “һәүкәштәр”ҙе һауа, һыйыр һәм танаҡайҙарҙы яһалма орлоҡландырыу, уларҙың тояҡтарын дауалау һәм башҡа бик күп эштәр башҡарыла ине.
Элекке колхозсылар быларҙы күр­һә, моғайын, аптырап китерҙәр ине. Ҡул көсөн тулыһынса тиерлек яңы тех­нологиялар алыштырған. Һыйыр­ҙарҙың “карусел”дә әйләнеүе ғәжәп күренеш. 600 малҡай ур­таһында - бер нисә генә һауынсы ҙур эште башҡара. Шулай ҙа ниндәй генә нанотех­нологиялар булмаһын, ысын кеше хеҙмәте тәү урында тора. Улар үҙ­ҙәренә йөкмәтелгән бурыс­тарын бар нескә­лек­тәренә тиклем бе­леп баш­ҡара. Уңыш­тар һәм уңыш­һыҙлыҡтар тураһында бәйән ит­мә­йем, ә ябай ауыл хеҙмәт­сән­дә­ренең тырышып, намыҫ менән фи­ҙакәр хеҙмәт итеүе иғтибарға ла­йыҡ. Уларҙың күбеһе мәктәпте та­мам­лау менән, йәш саҡтан уҡ яҙ­мышын һәм тормошон мал­сылыҡҡа бәйләгән. 
Күбеһе тыуған ерҙә ҙур теләк ме­нән ҡалыуҙары, мал яратыуҙары, ауыр­лыҡтарға зарланмайынса, тик яҡшыға өмөт итеп йәшәүҙәре ха­ҡын­да әйтте. Бар кешеләр тәмле төштәр күреп, “әүен баҙарында” булғанда, улар татлы йоҡоларын ҡалдырып, ир­тә таңдан фермаға ашыға. Кисен тағы ла. 
Хужалыҡта, әлбиттә, урта махсус һәм юғары белемле белгестәр бар. Ветфельдшер-ортопед Ильяс Хөсә­йенов малдарҙың тояҡтарын дауа­лаһа, ветеринария табибы Алик Мө­хә­мәт­йә­ров быҙауҙарға вакцинация үт­кәрә, сыр­хаулап киткән малдарҙы һауыҡтыра. Зо­отехник Наталья Әғ­зәмова мал иҫә­бен, һөттөң күләмен, хеҙмәткәрҙәрҙең эш сәғәттәрен теркәй, малдарҙы бир­калау һәм чиплау ҙа уның өҫтөндә. 
Һөнәре менән ветеринар бул­ған Ҡадир Дустов - комплекс етәк­сеһе һәм яһалма орлоҡлан­дырыусы ла икән. 
- Һауын һыйырҙары 600 баш булһа, 200-е быҙауларға тейештәр. Йыл башынан тәүге тапҡыр 80 тана быҙауланы ла инде. Дүрт һауынсыбыҙ – Галина Ля­мина, Рита Ҡолғонина, Айгөл Әми­нева һәм Людмила Балашова эштәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Тәүге өсәүһе хужалыҡта оҙаҡ йылдар көс түгә. Бында лаборант Нурсилә Сәйетҡолова һөттөң ҡуйылығын үлсәй, шулай уҡ ялда булған һауынсыларҙы алмаштыра. Хайуандарҙы ете малсы – Виктор Рябчиков, Алексей Солосин, Константин Морозов, Николай Грязев, Данир Нәзиров, Ну­рулла һәм Нияз Ишемғоловтар ҡарай. Улар мал аҙығын тарата, корпусты йыйыштыра. Меха­низаторҙар Илшат Иштуғанов һәм Миңлейәр Сәйетҡолов мал аҙығын килтерһә, Ришат Иштуғанов һәм Вәли Фәйзуллин килтергәнде этәрә. Ә Тәлғәт Булатов, Венер Ғөбәйҙуллин, Рөстәм Хөснетдинов һәм Вәкил Ғимранов тиреҫ­ түгәләр. Уларға бригадир Риф Йәрмөхәмәтов етәкселек итә. Шулай уҡ йәш механизатор Рөстәм Хөснетдинов яҙын-көҙөн баҫыуҙа хеҙмәт итһә, ҡышын - ошо мегафермала. “Ҡайҙа эшләһә лә, ул эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡара”, - ти Наталья Валерьевна Әғзәмова. 
Беҙ бында саҡта һөт продукцияһын алып ки­теү өсөн машина ла килеп туҡтаны. Маг­нито­горский һөт заводынан килеп алалар икән.   Гөр­л­әп торған эш урынын ҡалдырып, ҙур тәьҫораттар менән юлыбыҙҙы артабан дауам иттек. 
Илебеҙҙе сифатлы ауыл хужалығы продук­цияһы менән тәьмин итеүсе хеҙмәтсәндәргә еңел булмаған эштәрендә уңыштар һәм эштәренең лайыҡлы баһаланыуын теләп ҡалабыҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Роза Тажетдинова фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей