Орлоҡ-мул уңыштың нигеҙе

Насар орлоҡтан яҡшы уңыш көтмә, ти халыҡ мәҡәле. Бының менән бәхәсләшеп булмай. Шуға ла игенсе был турала хәстәрлек күрә.

Күп хужалыҡтарҙа яҙғы сәсеүгә, шулай уҡ һатыуға билдәләнгән орлоҡ материалын таҙартыу эше бара. Урындарҙа орлоҡтарҙы сортҡа айыралар, сәсеү кондицияһына еткерәләр. Ә сәсеүгә яраҡлылыҡ сифаты лаборатория шарттарында тикшерелә. Ниндәй сифатлы орлоҡтар һаҡлауға һалыныуын алдан белеү мөһим. Түбән һауа температураһының уларға кире йоғонто яһау ихтималын иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай, шуға күрә келәттәрҙә ашлыҡтың дымлылығын контролдә тоторға кәрәк, сөнки температура режимын үтәмәү орлоҡтарҙың шытыусанлығына насар тәьҫир итә. Ошо йәһәттән сәсеү кампанияһы алдынан “Россельхозцентр” филиалының Хәйбулла бүлеге эшмәкәрлеге менән танышырға булдыҡ.

-Бөтә ауыл хужалығы культуралары орлоҡтарына тулы анализ яһайбыҙ, йәғни уларҙың таҙалығын, шытыу һәләтен, дымлылығын, сирҙәр һәм ҡоротҡостар менән зарарланыу-зарарланмауын билдәләйбеҙ. Бынан һуң һынау протоколы төҙөлә. Тикшерелгән орлоҡтарҙың стандарт талаптарына яуап биргән һәр бер партияһына сертификат бирәбеҙ. Был орлоҡ материалын башҡа хужалыҡтарға һатыу хоҡуғын бирә. Әгәр ҙә орлоҡтар дымлылығы, шытыусанлығы һәм таҙалығы буйынса үрҙә әйтелгән талаптарға тап килмәһә, уларҙы таҙартыу, киптереү йәки орлоҡтарҙың әлеге партияһын алмаштырыу буйынса кәңәштәр бирәбеҙ, – ти “Россельхозцентр” филиалының Хәйбулла бүлеге начальнигы Рәйсә Ишкилдина.

– Районда 12 йәмғиәт һәм 90 крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтар менән берлектә эшләйбеҙ. Уларҙың һәр береһенең нимә сәсәсәге тураһында беләбеҙ, уларға тикшереү үткәрәбеҙ. Орлоҡтоң сифаты, дымлылығы, ҡоротҡостар менән зарарланыу ихтималлығы, ҡыйлылығы тикшерелеп, уға тулы анализ бирелә. Буласаҡ уңышты планлаштырғанда шуны иҫтә тоторға кәрәк: уңыш күләмендә сифатлы сорттың өлөшө 40–50 процент тәшкил итә, шуға күрә беҙҙең ерлек өсөн яраҡлашҡандарын дөрөҫ һайлап алыу һәм ҡулланыу игенселектә ҙур әһәмиәткә эйә.

Барлыҡ хужалыҡтар ҙа тиерлек сәсеү орлоҡтарына тикшертеү үткәрҙе. Таҙалыҡҡа, шытыусанлыҡҡа һәм башҡаға кәрәкле бөтә анализ яһалды.

2020 йыл уңышына ныҡлы нигеҙ һалыу өсөн район буйынса  йәмғеһе 13 771,05 тонна, шул иҫәптән 6925 тоннаһы- бойҙай, 5813 тонна- арпа, 667-һоло, 23-тары, 7-ҡарабойҙай, 335-нут, 172,5 тонна етен, эспарсет-5 тонна, донник-9, суданка-4 тонна һәм 1 тонна күстерә орлоғо һалынған. Юғары уңыш алыр өсөн массалы репродукциялы сортты юғарыраҡ репродукциялылыға яүыртып торорға кәрәк,-тине 35 йыл баш агроном булып эшләгән Зөлфирә Мөхтәр ҡыҙы Далхина.

Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ерҙе яратҡан һәр кем яҡшы аңлай. Әлбиттә, һауа шарттарының нисек килеүе, ерҙе дөрөҫ һөрөү һәм эшкәртеү, сәсеү эштәрен сифатлы итеп алып барыу яңы уңыштың мул буласағына йоғонто яһамай ҡалмай.

Һәр төбәктең тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып, төрлө эҙләнеүҙәр ярҙамында ғына барлыҡҡа килгән сифатлы орлоҡто сәсеү юғары уңышҡа алып киләсәге һәр кемгә билдәле. Гектар ҡеүәтен арттырыу, һәр гектарҙан мөмкин тиклем күберәк иген алыу, яңы сорттар сығарыу – дәүләт сорт һынау участкаһының төп маҡсаты.

Был коллективта өс кеше эшләй. Унда орлоҡто ергә сәсеүҙән алып ураҡҡа тиклем урындағы фермерҙар менән даими эш алып барыла.

Әйҙәүсе агроном Гүзәлиә Нураева ауыл хужалығы үҫемлектәренең төрлө ауырыуҙарын, культураларға зыян килтереүсе ҡоротҡостарҙы өйрәнә, уларға ҡаршы тороу сараларын өйрәнә. “Ҡоротҡостарға ҡаршы тейешенсә көрәш алып бармаһаң, бөтә хеҙмәтең юҡҡа сығыуы ихтимал”,- ти ул.

Был өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәр энә күҙендәй ҡыйҙы ла күрә. Өлгөгә алынған орлоҡто улар лупа аша үткәрә. Һәр бер фермер үҙ теләге менән тикшермәй, культуралар сәсеү эше алдынан һынау үтергә тейеш. Был-дәүләт талабы. Сүп үләндәре менән зарарланған йәки шытым күрһәткестәре түбән булған орлоҡто сәсүе тыйылмаһа ла тәҡдим ителмәй.

“Орлоҡ-мул уңыштың нигеҙе” тигән фекерҙә ойошма белгестәре. Ваҡытында башҡарылған эш кәрәкмәгән сығымдарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә тип билдәләй улар.

Гүзәл Бохарбаева («Хәйбулла хәбәрҙәре»)

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей