Өмөт менән бураҙнаға орлоҡ һалына

Баймаҡ районы игенселәре һәр минуттың ҡәҙерен белә.

Райондың ер эшсәндәре яҙғы сәсеүҙе республикала тәүгеләр рәтендә башланы. Әле ундағы 125 хужалыҡта ҡыҙыу эш бара. Төбәктең баш агрономы Радик Рәхмәтуллин әйтеүенсә, бөтәһе 78 400 гектарҙа яҙғы культуралар сәсеү ҡарала. Әле был эштең 16,4 проценты үтәлгән.

Уңыш ҡыуандырыр

– Бөгөн дөйөм майҙандың 12 824 гектарында сәсеү эше тулыһынса атҡарылған. Хужалыҡтар һоло, арпа, йомшаҡ һәм ҡаты бойҙай сәсә. Артабан борсаҡ, нут һәм техник культуралар (етен, рапс, чечевица) сәсергә төшәсәк­тәр. 

Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа фер­мерҙарҙың күбеһе техник культуралар сәсеүгә өҫтөнлөк бирә. Был аңлашыла ла, сөнки баҙарҙа уның хаҡы юғары. Быйыл районда был культураларҙы сәсеү майҙаны 1,5 тапҡыр артты. 

Бар хужалыҡтар ҙа яғыулыҡ-майлау материалдары менән тулыһынса тәьмин ителгән, орлоҡ етәрлек. Орлоҡтарҙы яңыртыу маҡсатында 550 тонна элиталыһы һәм 400 тонна юғары репродукциялыһы һатып алынды. Апрель айындағы һыуыҡтар ужым баҫыуҙарын юҡҡа сығарҙы, бөтәһе 1140 гектарҙа сәселгән майҙандың 400 гектары зыян күрҙе. Һөҙөмтәлә уны яңынан сәсергә тура киләсәк.

Район буйынса сәсеү эштәрен 20 майға тулыһынса теүәлләргә уйлайбыҙ. Әле тупраҡта дым бар саҡта, көндәр аяҙ торғанда, игенселәр, һәр минуттың ҡәҙерен белеп, эште ҡыҙыу башҡара. Өмөт менән һалынған орлоҡтоң һәр бөртөгө көҙ мул уңышы менән ҡыуандырыр, – ти Радик Рәхмәтуллин.

Айырыуса Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, Ярат ауылынан Айҙар Мырҙаҡаев һәм Ҡуянтауҙан Илгиз Баййегетовтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары әүҙем эшләй: уларҙа сәсеү майҙандарының күп өлөшө сәселгән.

Ҡараһыу баҫыуында эш гөрләй

Беҙ барғанда Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының Ҡараһыу баҫыуында эштең ҡыҙған сағы ине. Ауыл уңғандары, һоло сәсеүҙе тамамлап, бойҙайға төшкәйне. Ҡамыллы майҙанда ике агрегат бер-береһен уҙышып, ергә алтын бөртөктәр һала. Уларҙың эшен хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов һәр саҡ күҙәтеп тора, кәңәштәрен бирә. 

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтанов етәкселегендәге баҫыу батырҙары үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Даян Әхмәт­шин, Азамат Дәүләкәнов, Рәмил Солтанов, Салауат Гөлбәйетов, Илнур Ишкинин намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

Баймаҡ агросәнәғәт колледжының II курс студенты Азамат Дәүләкәнов тәүге тапҡыр сәсеү кампанияһында ҡатнашыуына бик шат. Ул белем усағында әле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә.

– Таулыҡай мәктәбен тамамлағас та, уҡыуымды ауыл хужалығы буйынса белгестәр әҙерләгән уҡыу йортонда дауам итәм. Бала саҡтан баҫыуҙарҙа комбайндарҙың эшләүенә ҡыҙыға торғайным, хатта мәктәптә уҡығанда ошо техника штурвалында ултырып ҡарағаным булды. Тәжрибәле механизатор ағайҙар бар яҡлап ярҙам итә, кәңәштәрен бирә. Киләсәктә тыуған ауылыма эшкә ҡайтырға теләк ҙур, – ти буласаҡ ауыл хужалығы белгесе.

Егеттәрҙе йәнә баҫыу иңләргә оҙатҡас, һүҙебеҙҙе баш агроном Урал Әбүбәкер улы менән дауам итәбеҙ.
– Күреүегеҙсә, техника яңы һәм ҡе­үәтле. Ҡорал эшләй – ир маҡтана, ти­гәндәй, техниканан күп нәмә тора. Сәсеүҙе һәр йыл көтөп алабыҙ һәм ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Ни тиһәң дә, ваҡытында өлгөрөп ҡалыуға етмәй. Иң мөһиме – хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе генә булһын, йыл уңышлы килеп, мул уңыш йыйырға яҙһын.

Хужалыҡ бөтәһе 2300 гектарҙа яҙғы эштәрҙе атҡарып сығырға планлаштыра. Әле 440 гектарҙа һоло, 390 гектарҙа рапс сәселгән. Әйткәндәй, башҡа крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән сағыштырғанда, арыш баҫыуҙа­ры күптәрҙе йәшәреп ултырыуҙары менән һоҡландыра, уларға ашлама индерелгән. Йәмил Үҙәнбаев етәкселе­ген­дәге ырҙын табағы коллективы орлоҡто әҙерләү, уны баҫыуҙарға оҙатыу эшен яҡшы ойоштора.

Нисек кенә булмаһын, игенсенең кәйефе тәбиғәт шарттарына, һауа торошона ныҡ бәйле. Шуға күрә әлегеләй ҡояш йылмайып, көндәр аяҙ торғанда, ер кешеһе уның һәр минутын дөрөҫ файҙаланып ҡалырға тырыша.

Әйткәндәй, хеҙмәт кешеһен дәрт­ләндереү, лайыҡлы эш хаҡы түләү ҙә уның бурысына мөнәсәбәтен үҙгәртмәй ҡалмай. Был тәңгәлдә хужалыҡта бөтә­һе лә яйға һалынған. Удар өс көнлөк ярыш һөҙөмтәләре буйынса аҡсалата бүләкләү ҡаралған. Баҫыу батырҙары өсөн көнөнә ике тапҡыр йылы аш ойошторола, тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡты ашнаҡсы Миңзәлә Ишәлина етәкселе­гендәге коллектив әҙерләй.

Ҡараһыу баҫыуы беҙҙе тракторҙар тауышы менән оҙатып ҡалды. Иген икмәк – тир түкмәк, ти халыҡ мәҡәле лә. Ысынлап та, әле игенсенең һәр көнө йөҙ мәшәҡәт һәм әсе тир менән үтә, һәр таңы өмөт менән ҡаршы алына. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей