ӨЛӘСӘЙЕМ – ТЫЛ ВЕТЕРАНЫ

Минең өләсәйем, Исмәғилова Тайфа Сөләймән ҡыҙы, эшсе крәҫтиән ғаиләһендә 1928 йылдың 21 сентябрендә Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында Мөхәррәмов Сөләймән Мөхәррәм улының һәм Миңленур Аллаһөйәр ҡыҙының беренсе балаһы булып донъяға килгән.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән уның. Өләсәйемдең атаһы һуғышҡа киткәндә уға ни бары 13 кенә йәш булған. Ҡарт өләсәйем (минең Тайфа өләсәйемдең әсәһе) алты балаһы менән етем тороп ҡалған. Өләсәйемә бик ҡыйын, ауыр булһа ла, ул әсәһенә ярҙам итешеп, үҙенән кесерәк булған бер туған һеңле-ҡустыларын ҡарашып үҫтерешә.Үкенескә ҡаршы, уларҙың аталары һуғыш яланынан кире әйләнеп ҡайта алмай, яуҙа һәләк булып ҡалған.
1949 йылдың 29 апрелендә, матур иттереп туй яһап, олатайым Исмәғилов Фәссәхетдин Хәсән улына кейәүгә сыҡҡан. Олатайым оҙаҡ йылдар "Комсомолец" колхозында механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға киткән. Олатайым менән өләсәйем 5 ҡыҙ һәм 6 малайға ғүмер бүләк итәләр. Мине лә, ейәнсәрҙәрен, 12-се бала итеп, үҙҙәренең ҡанаттары аҫтына алып, яратып-һөйөп, тәүфиҡлы, кешелекле бала итеп үҫтерергә тырыштылар. Шуның өсөн дә, мин уларға сикһеҙ рәхмәтлемен һәм улар менән ғорурлана алам! " Өйөбөҙ бала-саға тауышынан гөрләп торһон ул " – тигән һүҙҙәре өләсәйемдең, әле булһа ла ҡолағым төбөндә сыңлап тора.
Балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, өләсәйем барлыҡ колхоз эштәрендә ҡулынан килгәненсә ярҙам иткән: быҙау ҡараған, колхоз баҫыуында сөгөлдөрөн дә үҫтергән, утаған, ырҙын табағында ла (келәттә) эш етәрлек булған. Ауыр һынауҙарға бирешмәй, сыҙамлыҡ күрһәткән өләсәйем алдында баш эйәм һәм уға оло рәхмәтемде еткерәм!
Өләсәйем "Герой-Әсә" миҙал һәм ордендар менән, "Хеҙмәт ветераны" кеүек миҙалдар менән бүләкләнгән.
Өләсәйем 2003 йылдың 29 ноябрендә 75 йәшендә вафат булды.

Л. Хөснөтдинова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей