Өләсәйем Хәсəнова Мәҙкүрә Нафиҡ ҡыҙы - тыл ветераны

Хәсəнова Мәҙкүрә Нафиҡ ҡыҙы 1927 йылдың 1 майында Аҡҡын ауылында донъяға килә (хәҙерге Тайыш ауылы янында була). Атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғала, әсәһе- Йәмилә шулай уҡ һуғыш ваҡытында вафат була. Ғаиләлә ике бала йәтим ҡала. Береһе- өләсәйем Мәҙкүрә, икенсеһе- Раян энеһе. Шулай йәтим ҡалған балаларҙың башлана ла инде ауыр ваҡыттары.
Илебеҙҙә ҡәһәрле һуғыш... 14 кенә йәшлек ҡыҙҙы Ғүмәр ауылынан Бәҙретдин ағаһы һәм Зөһрә еңгәһе ғаиләгә алалар, ә 5 йәшлек энеһен Белоҡатай ауылындағы балалар йортона ебәрәләр. Бөтән уларға осрашырға яҙманы... Күпме эҙләп ҡараһалар ҙа таба алмайҙар.
“ Аслыҡ заманында үҫтек. Алабута , кесерткән ашаныҡ. Раян энемдең астан йылағаны ...”- тип өләсәйемдең һөйләгәне әле лә иҫемдә.
“Һуғыш башланғас барлыҡ ирҙәр һуғышҡа китте,барлыҡ ауыр эш беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ҡарт-ҡоро иңендә ҡалды.Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән беҙ ҙә колхоз эшенә егелдек”.
Ауыр йылдар башлана. Ололар менән бер рәттән 14 йәшлек өләсәйем дә эшкә тотона. Свердловск өлкәһе Әртә (Арти) ауылындағы ФЗО-ға ебәрәләр. Унда тракторсылар курсын тамамлап, ауылға эшкә ҡайта. Тракторҙа һәм прицеплы комбайнда эшләй. Ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеү яулаусы өләсәйемә ҙур рәхмәтлемен.
Һуғыш тамамланғас еңелерәк эшкә күсә, оҙаҡ йылдар Ҡоҙаса фермаһында һауынсы булып эшләй. Мәҙкүрә өләсәйем 4 балаға ғүмер бүләк итә.Ике игеҙәк ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы иң бәләкәй улы Әй йылғаһында һыуға батып үлә.
Аслы-туҡлы йылдар,еңел булмаған тормош....Шуға ҡарамаҫтан өләсәйем оҙаҡ йылдар ғүмер итеп 2008-се йылдың 23 июнендә 81 йәшендә вафат булды.
“За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг”, ” Ветеран труда” , “Труженику тыла” , “60 лет Победе ВОв”, “50 лет Победе ВОв “, “40 лет Победе ВОв”кеүек миҙалдар менән бүләкләнгән.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей