Өлөштәренә төшкән бәхет

Ҡамышлы ауылынан бер-ике саҡрым алыҫлыҡта ғына тимер юлы разъезында бер нисә йорт һәм барак бар. Уларҙың береһендә башҡа ауылдаштарынан бик айырылып тормаған ябай ғына ғаилә - Фәзилә һәм Әхийәр Мөхәмәтйәновтар йәшәй. 

Был парҙың тормош ҡороуҙарына 50 йыл да булып киткән. Ошо йылдар эсендә матур итеп йәшәп, ғаиләлә ете бала тәрбиәләйҙәр. Хәҙер инде бәхетле олатай һәм өләсәй ҙә булған улар. Шулай уҡ 16 ейән-ейәнсәр һәм 3 бүлә-бүләсәрҙәренең үҫкәндәрен күреү үҙе бәхет бит ул! 
Бер бөтөнгә әйләнгән Мөхәмәт­йәнов­тар әле лә бер-береһенә булған ихтирамдарын юғалтмайынса, хөрмәт менән тыныс ҡына ғүмер кисерә. Нисек танышыуҙары, ғүмер юлы хаҡында улар яйлап ҡына тормош йомғағын һүтте. Әхийәр Шәрәфетдин улы тыумышы менән Түбәнге Төкөн ауылынан. Ул күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. 14 йәштән колхоз эштәренә йөрөй. Башҡа малайҙар кеүек ат башына менеп, бәрәңге күмеү, һалам, бесән тарттырыу кеүек эштәрҙә ҡатнаша. Ете класты тамамлағас, армияға тиклем фермала быҙауҙар ҙа ҡарай. Бала сағы ат өҫтөндә, малҡайҙар янында уҙһа ла, үҫмер мәлендә механизатор булыу хыялы тоҡана. “Ул саҡтарҙа һәр малай тиерлек тракторсы йә шофер булырға теләй ине. Мин дә мәктәпте тамамлағас тракторсыға уҡыным. Хаҡлы ялға тиклем колхозда механизатор булып эшләнем, барлығы дөйөм стажым - 38 йыл”, - тине Әхийәр ағай. Ә Фәзилә Рауил ҡыҙы Ағи­ҙел бу­йын­да урынлашҡан Йылға буйы (На­береж­ный) ауылынан. Уларҙы дим­ләп кенә таныштыралар. Һылыу, асыҡ йөҙлө Фәзи­ләне егет бер күреүҙән оҡша­та. Шау-шыу­лы туйһыҙ үтһә лә, тор­моштары уларҙың ҡотло була.
Түбәнге Төкөн ауылына килен булып төшкәс тә ҡатын мәктәп интер­натында туғыҙ йыл йыйыш­тырыусы була. Артабан хаҡлы ялға сыҡ­ҡансы колхоз баҫыуында сөгөлдөр үҫтерә. Әйткәндәй, балалар күмәгәйгәс, Ҡа­мышлыла һатып алырға уңайлы өй килеп сыҡҡас, шунда кү­сенергә тура килә (артабан үҙ ғүмерҙәрендә ике йорт һалалар). 
“Холоҡтарыбыҙҙы бел­мәйенсә өйләнешһәк тә, аңлашып йәшәнек. Ишле ғаиләне икебеҙ ҙә теләй инек. Һәр сабыйыбыҙҙың донъяға килеүен ирем шат­ланып көтөп алды. Бигерәк бала йәнле бит ул. Ул иртә таңдан эңер төшкәнсе ары­ғансы эшләһә лә, балалар менән аралашырға ваҡы­тын бүлә белде”, - тип һөйләне Фәзилә апай. Уның һүҙҙәрен Әхийәр ағай дауам итеп, ҡатыны тураһында: “Көндәр буйы эштә булһа ла, төндәрен йоҡо тигән нәмә уға аҙ эләгә торғайны. Ете балаға икмәк һалды, кер йыуҙы, уларға, шулай уҡ ауыл кешеләренә кейемдәр текте”, - тип йылы хәтирәләр менән бала үҫтергән саҡтарын иҫкә алды. Ишле ғаиләлә тәр­биә­ләнгән балалары ла эшкә әрһеҙ, донъя көтөүгә та­лымһыҙ булып үҫә. 

Элек күп бала-саға тауышынан гөрләп торған өй әле тынып та ҡалған кеүек. Әммә хаҡлы ялдағы Мөхә­мәт­йәнов­тар­ҙың балалары өсөн күңелдәре лә тыныс, уңыштарына һөйөнөп, ҡай­тып китеүҙәрен һағынып көтөп алалар. Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар: крансы, тимер юлы хеҙ­мәткәре, парикмахер, шо­фер, иретеп-йәбеш­те­реүсе, йыһаздар яһаусы, мәктәп директоры. Һәр береһе үҙ урындарын табып, матур итеп тормош ҡороп, ата-әсәләрен шатландырып йәшәйҙәр. 
Ғүмер буйы хәрәкәттә булған Фәзилә Рауил ҡыҙы әле лә бер ҙә тик торорға яратмай. Өйөндә гөлдәр үҫтерергә ярата. Уларҙы күңел биреп тәрбиәләгәс, күҙҙең яуын алып, гөрләп үҫәләр. Йөн иләп, ойоҡ­баштар ҙа бәйләй. Ә ихатала һыйыр малын инде бөтөрөп, кәзә тоталар. Хай­уан­ҡай­ҙарының ағынан төрлө ризыҡтар ҙа яһай хужабикә. Ғаилә башлығы ла тик тороуҙы үҙ итмәй. Ул мал ҡарай, ҡар көрәй, өйгә һыу, утын индерә... 
Тиң йәшәп, тигеҙ ҡар­тайыу – Мө­хәмәт­йәнов­тар­ҙың өлөшөнә төшкән бәхет. Балаларына терәк һәм кә­ңәшсе булып, уларға тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын. 
 

Фәниә Сәлимгәрәева. 
Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей