Ололар көнөнә бағышланған концерт уңды.

Бөгөнгө көндә Көйөргәҙе районында пенсия йәшендәге 7796 граждан йәшәй. Уларҙың 2237-һе 70 йәште үткәндәр. Илдең мәҙәни кимәле дәүләттең ололарға, балаларға һәм инвалидтарға мөнәсәбәтенән билдәләнә, тиҙәр. Шуға күрәлә Көйөргәҙе районында ололар өсөн бик күп әһәмиәтле саралар уҙғарылып ҡына тора.

Айсыуаҡта үткән күркәм байрам тантанаһында район тарихы буйынса бик күп китаптар авторы, 40 йылдан ашыу ғүмерен журналистика өлкәһенә бағышлаған Владимир Швейкиндың «Искра» хужалығының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тураһындағы китабының исем туйы булды. Владимир Михайловичтың фотоальбом рәүешендәге был китабының презентацияһына, китап үҙҙәре тураһында булғас, Яҡшымбәт силсәүитенәндә 15-ләп кеше килгәйне. «Был китап өҫтөндә эш 2 йыл дауам итте. Кәрәкле материалдар, факттар артынан оҙаҡ йөрөргә тура килде. Хужалыҡтың үҙенәлә барып, төрлө мәғлүмәт алдым. Район музейҙары, архив, китапханалар хеҙмәткәрҙәренә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә», - ти Владимир Швейкин. Был китапта үткән быуаттың 20-се йылдарынан башлап бөгөнгө көнгә тиклемге ваҡиғалар һүрәтләнә. Автор әйтмешләй, был китапта бер хужалыҡ тарихы ғына сағылмай, ә шулай уҡ башҡа бик күп төрлө темаларҙа яҡтыртыла. Шулай уҡ китапта Яҡшымбәт еренең бына тигән кешеләренең иҫтәлеге һаҡлана.

Шулай итеп, 1 октябрь көнө район өсөн төрлө иҫтәлекле хәтирәләргә бай булды. Район  халҡы матур концерт программаһы ҡарап, күңелдәре булып таралышты.

 

Розалия НАЗАРОВА

Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей