өлкән зоотехник булып күп йылдар эшләгән Рәшит Ҡасим улы Абдуллиндың 80-йәшлек матур юбилейына арналған “Ғүмер бер генә” тип исемләнгән кисә үткәрелде!

Йөрәк яҡынлығын туғандарҙан,
Дуҫ-иштәрҙән әгәр тапмаһаң.
Бер нимә лә алмаштыра алмай
Яҡыныңдың күңел йылыһын.
Һөйә белеп, һөйөлә лә алһаң.
Йәшәү йәмен шунда тойорһоң.
Фәрештәләр фәҡәт юлдаш итһен
Шатлыҡтарҙың һәр саҡ олоһон.
Насип булһын һиңә кисерергә
Йәшәү бәхетенең тулыһын.
Т. Исламов
26 ғинуар район үҙәк китапханаһының уҡыу залында өлкән зоотехник булып күп йылдар эшләгән Рәшит Ҡасим улы Абдуллиндың 80-йәшлек матур юбилейына арналған “Ғүмер бер генә” тип исемләнгән кисә үткәрелде.
Райондың почетлы гражданины Түләбаев Марат Сәйфулла улы байрамды асып ебәрҙе һәм юбилярҙың тормош юлы менән таныштырып китте.
Кисәлә юбилярҙы район башлығының беренсе урынбаҫары Йәрмөхәмәтов Самат Фирҡат улы адрес папкаһы менән бүләк тапшырҙы, шулай уҡ күп йылдар белгән хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ауылдаштары ҡотлап, изге теләктәр еткерҙеләр.
Районыбыҙҙың күренекле шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тимерғәли Әхмәтғәли улы Исламов та был саранан ситтә ҡалманы. Рәшит Ҡасим улына арнап үҙенең шығырҙарын уҡыны һәм матур йыр йырланы.
Кисәнең аҙағында юбиляр был осрашыуҙа ҡатнашҡан ҡунаҡтарға оло рәхмәтен әйтеп, йыр бүләк итте.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей