Өлгөрҙәрҙең ҡыярҙары иртә өлгөрә

Вәзәм ауылының уңған кешеләренең береһе Сурин Мансур Харис улы ун өс йыллап инде теплицала ҡыяр үҫтерә. Утын-маҙарҙы көҙҙән әҙерләп ҡуйһа, яҙға әҙерлекте Мансур Харис улы Яңы йыл байрамы үтеү менән башлай. Тәүҙә орлоҡ, теплицаны ҡаплар өсөн пленка хәстәрләй. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә пленканы ҡатлап үтек менән йәбештерә. Унан инде теплица урынын ҡарҙан әрсеп теплицаһын көпләп ҡуя. Артабан инде мейесенә ут яғып ерҙе йылыта, түтәлдәр эшләүгә күсә. Йыл һайын төрлөсә сәсеп ҡарай, ҡулайлы алымдар менән ҡыҙыҡһына. Теплицаһында ҡыярҙан тыш помидорҙар, сәскә, хатта виноград үҫентеләре лә бар. Быйыл магазиндан һатып алған төрлө виноградтың орлоҡтарын сәсеп ҡараған. Улары ла хужаһын ҡыуандырып матур булып үҫеп килә.
Быйыл яҙҙың һыуыҡ килеүенә ҡарамаҫтан өлгөр кешенең ҡыярҙары өлгөргән дә инде.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей