Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото

Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото 
Ауылдарҙың киләсәге тырыш ғаиләләр ҡулында. Тыуған ерен ташлап китмәй, унда төпләнеп, тырышып донъя көткән ғаиләләр һоҡланыу тойғоһо уята. Ишембай ауылынан Зиннәтуллиндар ғаиләһе барыһына ла өлгө булып тора. 
Ошо ауыл егете Фидан Тимерхан улы менән Иҙрис ауылы һылыуы Айгизә Айрат ҡыҙы таныштарын әрмегә оҙатҡанда осраша, һәм бына инде ун йыл татыу ғүмер итә. 
Ғаилә башлығы Фидан Тимерхан улы Кропачево тимер юлы станцияһында машинист ярҙамсыһы булып эшләй. Ул Һатҡы техникумын, һуңынан Силәбе ҡалаһында белем ала. 2007 йылдан бирле үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, Кропачево – Яхъя – Вязовая маршруты буйынса локоматив йөрөтә. Уңған хужабикә Айгизә Айрат ҡыҙы Әлкә мәктәбенән һуң, Ҡатау-Тамаҡта ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә. Декрет ялына сыҡҡансы ул “Янғантау” шифаханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Йәш ғаилә өс бала тәрбиәләй. Феалинда 4-се класс уҡыусыһы, Вилдан 1-се класта белем ала, кескәйҙәре Сумайяға ни бары – ете ай. 
Бөтмөр, уңған йәш ғаилә яңыраҡ шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе – ниһайәт, улар өй туйланы. Ике ҡатлы, ҙур йорт ауылдың йәме булып әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Өйгә килеп инеү менән йылылыҡ, нур бөркөлә. Йәштәр үҙ көстәре менән өйҙәрен заманса итеп эшләгән, бар уңайлыҡтар булдырған. 
– Эше күп әле. Икенсе ҡатын эшләргә, йорттоң тирә-яғын кәртәләп бөтөргә, мунса һалырға кәрәк. Йәштәр субсидияһына сиратта торабыҙ, бәлки, дәүләттән ярҙам булыр, – ти Зиннәтуллиндар. 
Ошо татыу, матур, ҡотло ғаилә ауылға йәм өҫтәй. Өлгөлө ғаиләләр – ауыл ҡото, илдең терәге лә, киләсәге, лә бөгөнгөһө лә.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей