Өлгө булырлыҡ яҙмыш

Ер йөҙөндә 90 йыл ғүмер кисергән кешенең ғүмер китабы үҙе бер риүәйәткә тиң кеүек. Күпме һыуҙар аҡҡан, тормоштоң әсе-сөсөһөн татылған ул ошо йылдар арауығында. Шуны белеп тә, беҙ оло йәштәгеләргә тәрән ихтирам менән ҡарайбыҙ.  Йәшлеген, бар ғүмерен ауыр эштә үткәреп, ҡартлыҡ көнөн тыныс тормошта, ҡәҙер-хөрмәттә үткәргән өлкәндәр һәр ауылда бар һәм улар яҡындарының терәге, ауылдаштары өсөн йәнле тарих. Муллағол ауылында йәшәгән Ғәбделбарый бабай Исламғоловтың юбилейы алдынан тормош юлы тураһында һөйләүен үтендек.

Һуғыш башланғанда, мин 12 йәштә генә инем. Йәштән колхозда эшләнек: ер һөрҙөк, иген сәстек, урман киҫтек. Ҡыш етһә, етмешкә еткән бабайҙар менән Күркәтауҙан 350 кубометр тирәһе ағас йығып, Ҡана йылғаһына ташый торғайныҡ.

Егет ҡорона ингәс, атай-әсәйең ҡарт тип, әрмегә алмаҫҡа иттеләр. Туғандарым, күрше-күләндәрем ҡарашасағына военкоматты ышандырып, 1950 йылда хеҙмәткә киттем. Мин, сабата кейеп киткән егет, дүрт йыл тирәһе ваҡыт арауығында дизелсы, моторсы, электр механигы, шофер һөнәрҙәренә эйә булдым. Заманына күрә кәрәкле белем бирҙе миңә әрме.

Һөйләһәң, тормоштоң төрлө мәлдәре булды инде. Ул ваҡытта паспортты ҡулға тоттормай торғандар ине. Колхоздан бер ҡайҙа ла китә алмай халыҡ, эшләп тик йөрөй.  Илгә бурысымды үтәп ҡайтышлай, паспорт алыр өсөн Күмертауҙа иҫәпкә торҙом. Ул ваҡытҡа атайым баҡыйлыҡҡа күскән. 80 йәшлек әсәйемә утын әҙерләшеү уйҙары менән ҡайтып килһәм, Йомағужа МТС-на механик, шулай уҡ токарь булараҡ та эш тәҡдим итәләр. Барыуыма етәкселек урында булмай сыҡты. Шинель кейгәнмен, гараж эсен ҡарап сығырға булдым. Машинала йөрөй алғанымды белгәс, водителлеккә алдылар. Ишембай районы Аллағыуат ауылынан - яғыулыҡ, көндөҙ Мәләүез элеваторына иген ташыйым. Эштә көн тиҙ үтә, тик ҡартайған әсәйем эргәһендә булмауым йөрәгемде яндыра. Һәргәйҙә Әминә тигән ҡыҙҙы димләнеләр, аулаҡ өйҙә булған ваҡытта осратып, никах уҡытып, кәләш итеп алып ҡайттым. Аллаға шөкөр, бер ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр. Әгәр беҙ эсһәк, талашһаҡ, балаларыбыҙ ҙа шул юлдан китер ине. Ғаиләнең бәхете - ир менән ҡатындың бер һүҙле,  татыу булыуҙарында, бер-береһен тыңлашыуҙарында.

Өйләнгәс, бер йыл уҡып ҡайтыуымды ла инәйегеҙ сыҙам көттө. “Ағиҙел” колхозына инженер итеп ҡуйҙылар, кәрәк булһа, парторг та, председатель урынында ла ҡалдырҙылар. Колхозға ферма ла, оҫтахана ла төҙөттөк, станоктар ҡайтарттыҡ. Хеҙмәт йылдары күптән инде артта ҡалды. Һаулыҡ ҡына булһын, алған пенсияға ҡыуанып-шатланып йәшәргә лә йәшәргә.

Әҡлимә ИМАМОВА яҙып алды.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей