ОЛАТАЙЫМ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАМ

Олатайым Тәхәүетдин Мөхәметдин улы Булатов 1917 йылда Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында крәҫтиән ғәиләһендә донъяға килә. Уның атаһы йәшләй генә үлеп ҡала. Әсәһе - Мәҙинә өләсәйем тирә-йүнгә билдәле дауалаусы була. Махсус белеме булмаһа ла, тылсым көсө менән һуҡырҙарҙың күҙ нурын кире ҡайтарырға, балаға уҙа алмаған ҡатындарға ярҙам итә, төрлө сирҙәрҙе өшкөрөп дауалар була.

Олатайым Әбсәләм ауылының мәктәбендә 4 класс белем ала. 14 йәш тулғас: “Әсәй, һыйырҙы һатып, миңә ат алып бир әле», - ти. Бәләкәй сағынан уҡ әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы була, һабан менән ер һөрә.
1938 йылда уны Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Байкал аръяғы хәрби округында, Борзя станцияһында артиллеристар әҙер ләгән полк мәктәбендә уҡый. Хеҙмәте бөтөүгә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Уларҙы Алыҫ Көнсығыштан эшелонға тейәп һуғышҡа оҙаталар. 1941 йылдың 7 ноябрендә Куйбышев ҡалаһында парадта ҡатнашҡанда уларға нарком Михаил Калинин наказ бирә һәм һалдат тар Тихвин ҡалаһына юллана. Олатайым Волхов фронтында Ленинград ҡалаһын обороналауҙа ҡатнашып, “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Артабан Карелияны, Мурманск өлкәһен немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнашып, Норвегия сигенә барып етә. “Совет Поляр аръяғын азат иткән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ Кенигсбергты азат итеүҙә лә ҡатнаша.
Һуғышта Тәхәүетдин Мөхәметдин улы полк старшинаһы булып хеҙмәт итә. Йәш һалдаттарҙы ат егеп, туғарырға, юлһыҙ ерҙән орудияларҙы күсереп йөрөтөргә өйрәтеү олатайым иңенә һалына. Ҡайҙа ғына йө рөһә лә, үҙен ҡыйыу һалдат һәм алыш тырһығыҙ иптәш итеп күрһәтә. Бөйөк Еңеү көнөн ул Гданьск ҡалаһында ҡаршы ала.
Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштар өсөн” миҙал дары һәм К.Г.Жуковтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Тыуған яҡтарына тик 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа олатайым колхозда ауыл Советы рәйесе, партия ойошмаһы секретары, кол хоз рәйесе ярҙамсыһы, бригадир бу лып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та сана, арба эшләй, кешеләргә өйҙәр һалыша. Үҙенең һуғыштан алып ҡайтҡан “Зингер” теген машинаһы менән кешеләргә тундар, толоптар, балаларына салбар, күлдәктәр тегеп кейҙерә.
Һуғыштан ҡайтҡас, олатайым өйләнә. Алты балаға ғүмер бирәләр. Иң бәләкәй улдарына ике генә ай булғанда ҡатыны ауыр сирҙән төҙәлә алмайынса, вафат була. 1959 йылда өләсәйем Мәфрүзә Мөхәмәт ҡыҙы менән тормош юлдарын бәйләп, тағы ла биш балаға ғүмер бирәләр. Олатайым менән өләсәйем оҙаҡ йылдар матур тормош көтә, ун бер бала тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра. Иң бәләкәй ҡыҙҙары – әсәйем Гөлназ. Олатайым 87 йәшендә вафат булған. Ә өләсәйем, тыл һәм хеҙмәт уҙаманы Мәфрүзә Мөхәммәт ҡыҙы именлектә, беҙҙең менән бергә ғүмер йомғағын һүтә.
Уларҙың 27 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәре һәм 1 бүлә-бүлә бүләсәре бар. Мин олатайым менән ғорурланам, уға ҡарата оло хөрмәт һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм.
Линара Шахморатова,
Иҫке Бәпес мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей