Ноғоманов Мәхмүт Тимерхан улына! (Аургазинский район)

“Урал” ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Ноғоманов Мәхмүт Тимерхан улын 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!
1960 йылдың 30-сы июнендә колхозсылар Тимерхан һәм Фәриҙә Ноғомановтар ғаиләһендә беренсе бала булып улдары Мәхмүт донъяға тыуа. Мәхмүттең тормош юлы бар совет осоро ауыл малайҙарының биографияһы кеүек ғәҙәти һәм бер-ике һүҙ менән әйтеп була. Мораҙым урта мәктәбендә уҡыу, йәй көндәре колхозда эшләү, мәктәптә тракторсы һөнәрен үҙләштереп, аттестат менән бергә ауыл механизаторы танытмаһы ла алып сыға. 1978 йылдан колхозда тракторист ярҙамсыһы булып эш башлай, көҙгә әрме сафтарына саҡырыла. Ике йыл хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын тракторсы булып дауам итә. Хеҙмәт кенәгәһендә 40 йыл буйы бары бер һөнәр яҙылған – тракторист. Эш дәүерендә үҙ хеҙмәтен тырышып, намыҫ менән, еренә еткереп башҡарҙы. Иптәштәренә иҫ киткес ярҙамсыл булыуы менән айырылып тора. Тракторын, сәсеү агрегаттарын, сөгөлдөр тейәгесен һәр ваҡыт сифатлы итеп ремонтланы, эшендә бер ваҡытта ла уның ғәйебе менән өҙөклөк булманы. Хеҙмәт һөйөүсәнлеге, бигерәктә яратып, үҙ-үҙен аямай ихлас эшләүе шәкәр сөгөлдөрө тейәү осоронда асыҡ күренә. Уның оҫта итеп тиҙ арала ҙур машиналарҙы һә тигәнсе сөгөлдөр менән тултырыуы, бар район, шәкәр заводы шоферҙарына таралды. Килгән шоферҙар, күп ваҡыт уның тейәгесе артына сиратҡа теҙеләләр ине. Тырыш, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Мәхмүт Тимерхан улы эш дәүерендә колхозыбыҙҙың Маҡтау грамоталары һәм дипломдары менән бүләкләнде. Ул беренсе класслы механизатор. Үҙенә беркетелгән техникаларҙы яҡшы белеүе менән Мәхмүт Ноғоманов йәш механизаторҙар өсөн остаз һәм үрнәк. Мәхмүт Тимерхан улы тормош иптәше Рима Йыһангир ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр: Ильнар(1993) һәм Илдар(1995).
Хөрмәтле Мәхмүт Тимерхан улын күркәм юбилейы менән ҡотлап, уға иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмер юлын ауырыу-һыҙланыуҙарһыҙ, йән тыныслығында, иҫән-һау үтергә яҙһын. Киләсәктә лә яҡындарының һөйөү-ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, оҙон-оҙаҡ йылдар иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхетле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.

Иң изге теләктәр менән “Урал”ауыл хужалығы кооперативы идараһы һәм ветерандар советы.
30 июнь 2020 йыл.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей