НИ СӘСҺӘҢ, ШУНЫ УРЫРҺЫҢ

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғанға байтаҡ ваҡыт үтте. Был аҙнала район хакимиәте ойошторған комиссия хужалыҡтарҙың яҙғы һәм ужым культуралары майҙан­дарының торошон баһаланы.
Комиссияға район хаки­миәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы, эшҡы­уарлыҡ һәм инвестиция буйынса бүлек на­чальнигы Рәмил Хамматов етәкселек итте. Уның составында баш инженер Радик Заһрет­динов, бойондороҡһоҙ эксперт булараҡ ауыл хужалығы хеҙмәт ветераны Булат Вәкилов һәм киң мәғлүмәт сараһы вәкиле лә булды.
Иң тәүҙә “Тирмән” ауыл хужалығы производство кооперативы сәсеүлектәрен ҡараныҡ. Хужалыҡ 104 гектарға – һоло, 26 гектар майҙанға бойҙай сәскән. Кооператив рәйесе Фларит Сәхәүетдинов һөйләүенсә, уҙған быуаттан ҡалған иҫке техника, кеше яллап, көс-хәл менән сәселгән майҙандарҙы ауыл халҡының малдары тапай.
Ысынлап та, комиссия менән яланға юлланғанда, бер көтөү һыйыр малдарының тап сәсеүлеккә йүнәлеүен үҙебеҙ ҙә күрҙек. Белеүегеҙсә, хәҙер малды ирекле сығарып ебәргән өсөн хужаларына штраф һалалар. Ә ауылдарҙа көтөү ойоштороуҙы урындағы үҙидара органдары хәл итергә бурыслы.
Ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәтенә ярашлы, быйыл 6, 4 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы иген культуралары сәселгән. Хужалыҡтарҙың күбеһе бойҙай, һоло культураларына өҫтөнлөк биргән. Былтыр көҙҙән сәселгән 2238 гектарҙағы ужым культураларының 1131 гектарын (50 проценттан ашыуын) яҙғы ҡырауҙар һуҡҡан. Зыянды ҡаплатыу өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығына документтар йыйып тапшырылған. Хужалыҡтар иһә ошо майҙандарға ҡайтанан яҙғы культуралар сәсергә мәжбүр булған.
Районда бөгөн 11 ауыл хужалығы предприятиеһының – 8-е, 150 КФХ-ның 24-е игенселек менән шөғөлләнә. Комиссия уларҙың барыһының да сәсеүлек майҙандарын ҡабул итте. Һөҙөмтәләр район һабантуйында билдәле буласаҡ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей