Ни сәсһәң, шуны урырһың

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Кисәге көнгө алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, иген культуралары 23100 гектарҙа сабылған, 22200 гектарҙа урып-һуғылған, был иһә планға ҡарата 30 процент тәшкил итә. Гектар ҡеүәте – 11,3 центнер, тулайым йыйым – 25 мең тонна. Иң юғары уңыш “Толпар” ЯСЙ-һы менән Ленин исемендәге АХК-ла – 21 һәм 19,2 центнер. Тәбиғи, был предприятиеларҙа тулайым йыйым да иң яҡшыһы.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге билдәләүенсә, бөгөн урып-йыйыу эштәре менән бөтөн хужалыҡтар ҙа шөғөлләнә. Ҡайһы бер фермер хужалыҡтары ураҡ эштәрен теүәлләне лә инде. Шулар иҫәбендә – Йомаштан “Х.М. Килдеғошов” КФХ-һы.

Хәйҙәр Миңлеәхәт улының барлыҡ хеҙмәт юлы тыуған ауылы менән бәйле. Ул оҙаҡ йылдар урындағы “Һаҡмар” колхозында эшләй, иҫәпсе, агроном-орлоҡсо, баш агроном була. Хужалыҡ тарҡалғас, крәҫтиән-фермер хужалығы аса. Бына ете йыл инде Х.Килдеғошов үҫемлекселек тармағы менән уңышлы шөғөлләнә – пай ерҙәрендә иген культуралары үҫтерә.

Фермер хужалығы 217 гектарҙа бойҙай, арпа, һоло сәсә һәм йылдың-йылы яҡшы уңыш йыйып ала. Быйылғы йылдың ҡоро килеүе, сәсеүлектәргә ҡарауһыҙ малдың “һөжүм итеүе”, әлбиттә, үҙенең кире эҙемтәләрен бирмәй ҡалмаған – гектар ҡеүәте үткән осорҙағына ҡарағанда ҡайтышыраҡ, шулай ҙа насар түгел – 13 центнер. Һоло – 10, арпа – 12, бойҙай 15 центнерҙан биргән.

Ураҡты фермер хужалығы үҙ көсө менән атҡарып сыҡты – урып-йыйыу эштәренә ДОН-1500 Б һәм “Нива” комбайндары йәлеп ителде. Комбайнсы Ғәзим Биктимеров, иген ташыуҙа механизатор Сәйет Аҡбулатов иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште – тап уларҙың тырышлығы менән ашлыҡ ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алынды. Шуныһы үҙенсәлекле, баҫыуҙарҙың таҙа булыуы игенде туранан-тура һуғып алыу мөмкинлеге бирҙе.

Әле фермер хужалығы игенде келәттәргә һалыу, миҙгелгә йомғаҡ яһау, пай ерҙәре өсөн иҫәпләшеү һәм киләһе миҙгелгә әҙерләнеү эштәре менән мәшғүл.

Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. “Х.М. Килдеғошов” КФХ-һы ла тырыш хеҙмәтенең емештәрен татый, киләсәккә яңы уй-ниәттәр ҡора.

Азамат МөХӘМӘТШИН.

Автор фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей