Ни сәсһәң...

Яҙғы баҫыу эштәренә район хужалыҡтарында әүҙем әҙерлек бара. Ауыл хужалығы идаралығы баш агрономы Аркадий Шафиҡов билдәләүенсә, 5900 тонна минераль ашлама һатып алынған, план буйынса ул 83 процент тәшкил итә.  Шуның 4,5 мең тоннаһы - үҙебеҙҙең “Минераль ашламалар” йәмғиәтендә етештерелгән аммиак селитраһы, ҡалғаны - Череповец ҡалаһынан килтерелгән ҡатнаш ашламалар.

Баҫыуҙарға ашлама индереү, орлоҡ ағыулау апрель башынан башланды. Был үҫемлектәрҙе һәр төрлө ауырыуҙан һәм ҡоротҡостарҙан һаҡларға ярҙам итәсәк.  Бөгөнгә районда 770 тонна орлоҡ ағыуланған, был 9 процентты тәшкил итә. “Дружба” (етәксеһе Аҫылбәк Алмашев), “Ашҡаҙар” (етәксеһе Илдус Хәлитов) хужалыҡтары, “Иҙел” агрофирмаһы (Данияр Ғәбитов), Салауат исемендәге хужалыҡ (Сибәғәт Ғәйнуллин) беренселәрҙән булып был эшкә тотонған.

“13 мең гектар майҙанды биләгән биләгән ужым баҫыуын (3 мең гектарҙа - арыш, ҡалғаны - бойҙай) туҡландырыуға сират етә, сәсеүгә 2 аҙнанан да аҙ ваҡыт ҡалды,”, - ти Аркадий Вәсим улы.

Шулай уҡ “Ашҡаҙар” һәм Салауат исемендәге хужалыҡтарҙа 180 гектар майҙандағы күп йыллыҡ костер үләненә ашлама индерелгән.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей