Ни сәсһәң...

Ни сəсһəң, шуны урырһың, ти халыҡ мəҡəле. Был турала БР буйынса Росселхознадзорҙың Дəүлəт инспекторы Эмиль Биктимеров та һəр ваҡыт ҡабатлап ҡына тора. «Орлоҡ əҙерлəүгə етди ҡарамайҙар. Беҙ йыл да орлоҡ сифаты буйынса тикшереүҙəр үткəреп торабыҙ. Əммə һəр ваҡыт орлоҡто һаҡлау ҡағиҙəлəрен боҙоусыларға юлығабыҙ. Шулай уҡ орлоҡто сит өлкəлəрҙəн алып килеүселəр күп. Эксперттар билдəлəүенсə, Рəсəйҙең орлоҡ баҙары сифатһыҙ продукция менəн тулған. Ниндəйҙер шикле орлоҡтоң ҡайҙан килгəне лə билдəһеҙ. Һəр кешенең паспорты булырға тейеш булған кеүек, сəсеү өсөн тəғəйенлəнгəн орлоҡтоң да сифаты һəм сорты хаҡында тейешле документтары булырға тейеш», - ти ул.

Ауыл хужалығы буйынса үткəн кəңəшмəлəрҙə лə беҙҙең райондың ауыл хужалығы белгестəре сəскəн орлоҡтоң сифатына ныҡ иғтибар бирегеҙ, тип күп кенə тапҡырҙар тылҡый. Əлеге көндə районда яҙғы сəсеүгə əҙерлек нисек бара икəн? Бөгөн шул турала белешергə булдыҡ.

БР буйынса «Россельхозцентр»ҙың Көйөргəҙе район-ара бүлеге начальнигы Булат Ишбулды улы Ғафаров:

- Район хужалыҡтарында яҙғы сəсеүгə əҙерлек эштəре гөрлəп бара. План буйынса орлоҡҡа тигəн 7759 тонна бөртөклө культура тикшерелергə тейеш ине. Бөгөнгө көндə план 113%-ҡа арттырып үтəлде, йəғни 8778 тонна тикшерелде. Был культураларҙың 97,7%-ы кондициялы, ГОСТ-ҡа ярашлы орлоҡ. Ҡалғандарын таҙартырға кəрəк. Шулай уҡ 7731 тонна орлоҡ төрлө ауырыуҙарға ҡарата тикшерелде. Һөҙөмтəлə 31% бойҙайҙа, 51% арпала, 32% һолола, 23% борсаҡта төрлө сирҙəр барлығы асыҡланды. Хəҙер был культураларҙы эшкəртергə, ағыуларға кəрəк буласаҡ, - тине.

Баш инженер Мотаһар Ғамир улы Ибраһимов белдереүенсə, район хужалыҡтары техникаларын яҙғы сəсеүгə əҙерлəп бөткəндəр тиерлек. Тракторҙарҙың 95%-ы тулыһынса əҙер. 4 марттан алып техник күҙəтеү эштəре башланған. «Күбеһенсə АХК һəм яуаплылығы сиклəнгəн йəмғиəттəр техосмотр үтеүҙə əүҙемдəр. Бөгөнгө көндə 40% тракторҙар техник яҡтан тишерелде лə инде. Сəскестəр, культиваторҙарҙың барыһы ла яҙғы сəсеүгə тулыһынса əҙер. Хужалыҡтарға 30% дизель яғыулыҡ алынды» - ти ул.

 

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей