Мул уңышҡа төплө нигеҙ (Мәсетле районы)

Һуңғы көндәрҙә ҡояшлы, йылы көндәр тороуы ауыл хужалығы эшсәндәренә ең һыҙғанып эшләргә мөмкинлек бирә. Баҫыуҙарҙа көнө-төнө сәсеү агрегаттары гөрләй. Мул уңышҡа төплө нигеҙ һалына. Мәсетле районының уңышлы эшләгән хужалыҡтарының береһе “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә (етәксеһе Юрис Латипов) эштәр ҡыҙыу темптарҙа бара. Игенселәр алдында 1169 гектар майҙанда яҙғы культуралар сәсеү бурысы тора. 
 Хужалыҡ яҙғы сәсеү кампанияһына ентекле әҙерләнгән: техника әҙер, етерлек күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ әҙерләнгән, кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ. Йәмғиәттең баш агрономы  Сыңғыҙ Хисамов биргән мәғлүмәттәр буйынса,  сәсеүҙә Салауат Латипов һәм Рифат Ханнанов  алмашлап идара иткән К-700 тракторына тағылған “Кузбасс” сәсеү комплексы һәм  Айрат Хәйретдинов менән Ғәйнетдин Ғилметдиновтың МТЗ-80, МТЗ-82 тракторҙарына тағылған сәсеү агрегаттары эшләй. Ринат Закиров һәм Вәғиз Шафиков  ЗИЛ йөк автомашинаһында сәсеүселәрҙе өҙлөкһөҙ  орлоҡ менән тәьмин итә. Иген келәтендә лә эштәр ҡыҙыу бара. Орлоҡ ағыулауҙа Илдар Хафизов һәм Илдус Зиннуров тырышып эшләй. Сәсеү ике сменала бара. Игенселәрҙе дүрт тапҡыр туҡландырыу ойошторолған. Әйтергә кәрәк, был йәмғиәттә  күптәнән инде  яланда эшләгәндәрҙе туҡландырыу башҡа хужалыҡтар өсөн өлгө алырлыҡ һәйбәт тәжрибә тупланған. Ашхананан яланға һәр кем өсөн айырым термостарға аш һәм сәй һалып  илтәләр. Был ысул эшселәр өсөн бик уңайлы, беренсенән - аш һыуынмай, икенсенән – һәр кем үҙе теләгән ваҡытта ашай ала.
300 гектар майҙанда ужым арышы  минераль ашлама менән  өҫтәлмә туҡландырылған. Хәҙерге ваҡытта күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу бара. 18 майға ҡарата игенселәр 350 гектарҙан ашыу майҙанда һоло, бойҙай һәм кәрешкә сәскән.
Сәсеүҙә утыҙлап кеше ҡатнаша. Улар махсус кейем һәм инвидуаль һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Һауа шарттары тотороҡло булһа, аграрийҙар сәсеүҙе ун көн эсендә тамамларға ниәтләй.

Ә. Иҙелбаев.
“Әйлестан” гәзите редакторы
Һүрәттә: (һулдан уңға) Сыңғыҙ Хисамов, Ринат Закиров һәм Салауат Латипов төшкө аш ваҡытында.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей