Мул уңышҡа нигеҙ һалына

Илфат Салихов етәкләгән “Толпар” ЯСЙ-һы үҫемлекселек тармағын үҫтереү буйынса йылдың-йыл юғары күрһәткестәргә өлгәшә, район хеҙмәт ярыштарында еңеүсе булып таныла. Ер тураһында даими  хәстәрлек күреү, игенселек технологияһын күҙәтеү, сорт яңыртыуға етди иғтибар бүлеү предприятиеға иген һәм техник культураларҙан юғары уңыш үҫтереп алыу мөмкинлеге бирә.

Быйылғы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек хужалыҡта көҙ үк башланды. Барлығы 1200 гектарҙа ер туңға һөрөлдө һәм эшкәртелде, орлоҡ фонды тураһында хәстәрлек күрелде. Сәсеү миҙгеле алдынан техника әҙерлек һыҙығына  баҫтырылды, яғыулыҡ-майлау материалдары тупланды, башҡа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Агрегаттар тәжрибәле механизаторҙар һәм эшселәр менән тәьмин ителде. Илфар Дияров менән Илфат Йосопов орлоҡто ағыулау, келәт мөдире Альбина Самарбаева ошо йүнәлештәге эштәрҙе ойоштороу буйынса ҙур эште атҡарып сыҡты.

Әлеге миҙгелдә “Толпар” ЯСЙ-һына 2505 гектарҙа иген һәм техник культуралар сәсеү бурысы тора. Яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы һәм сифатлы атҡарып сығыуға 3 ҡамыл, ике рәт сәскес йәлеп ителгән. Сәсеүҙә механизаторҙар Сәйфулла Азаматов, Ринат Салихов, Илшат Байбиков, Заһир Рәхмәтуллин, Рамаҙан Йәнбирҙин һынатмай. Уларға сәсеүселәр Заһир менән Илгиз Исчуриндар, шулай уҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Рафиҡ менән Айтуған Рәхмәтуллиндар  ярҙамлаша. Орлоҡ ташыуҙа водителдәр Азат Әбйәлилев һәм Айрат Сырлыбаев, сәсеүлектәрҙе тырматыуҙа Сабирйән Ҡашҡаров, Марат Ғәлин һәм Йәмил Юнысбаев яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Иретеп йәбештереүсе Фәнил Байымов агрегаттарҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Уларҙың тырышлығы менән әле 220 гектарҙа етен сәселгән. Баҫыу батырҙарын аш-һыу менән “Ирәндек-тур” ЯСЙ-һы йәмғиәте ашнаҡсылары Ләйсән Маликова, Ирина Новикова һәм водитель Александр Азманов тәьмин итә.

Яуып үткән ямғырҙар сәсеүҙе тотҡарланы, әлбиттә, әммә күптән көткән яуым-төшөм аграрийҙарҙы бары ҡыуандыра ғына.  Көндәр яҡшырыу менән “Толпар” игенселәре бөтә көстө етен һәм һоло сәсеүгә йүнәлтәсәк.

Азамат Мөхәмәтшин.

Һүрәттә: предприятиеның баҫыу батырҙары И.Салихов (һулдан беренсе) менән.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей