Мəсеттəр буш тормаһын

Күптəн түгел Күмертау ҡалаһы һəм Көйөргəҙе районының мөхтəсибəте тарафынан Рамаҙан мəсетендə асыҡ ишектəр көнө үткəрелде. Был күркəм сарала мəртəбəре ҡунаҡтар: БГПУ доценты, бөтə Рəсəй мөслимəлəр ойошмаһының Башҡортостандағы етəксеһе Розалия Халиҡова, Көйөргəҙе районы хакимиəте башлығының социаль мəсьəлəлəр буйынса урынбаҫары Данил Акилов та ҡатнашты. Форумды Күмертау ҡалаһы һəм Көйөргəҙе районының имам-мөхтəсибе Азат хəҙрəт Хəлилов асты. Ул үҙенең сығышында нисек итеп ҡалабыҙҙа һəм ауылдарҙа дини эште, уҡытыуҙы йəнлəндереү өҫтөндə эшлəү тураһында ентеклəп һөйлəне. - Мəсеттəр буш тормаһындар. Бының өсөн махсус əҙерлеге, Башҡортостан Диниə назаратында аттестация үткəн уҡытыусылар төрлө төркөмдəрҙə дəрестəр алып барырға тейештəр. Барлыҡ башланғыстарҙа ла Ермолаево мəсете дини эштəрҙең үҙəге булып тора. Бының өсөн мəсетебеҙҙə бөтə шарттар ҙа тыуҙырылған. Хатта “Ватан” хужалығының рəйесе Ғəйнетдин Мөхəмəтов телевизор ҙа алып бирҙе. Былтырғы уҡыу йылында ҡатын-ҡыҙҙар менəн Көйөргəҙе районы мөслимəлəренең рəйесе Айсыуаҡова Н.К. эште яҡшы ойошторҙо. Ир-егеттəрҙе мəсеттə Шабаев И. һəм Алсынбаев Ə. хəҙрəттəр уҡыттылар. Ваҡытты əрəм итергə ярамай. Быйылғы уҡыу йылында уҡыуға ҡабул итеүҙе башланыҡ. Уҡытыу-тəрбиə эштəрен ойоштороуҙы Нурия Хəлилова алып барасаҡ. Өфө ҡалаһынан мөғəллимдəрҙе курстар ойоштороуға саҡырырбыҙ, иншəллаһ, - тип һөйлəгəндəн һуң Азат Насретдин улы тантаналы шарттарҙа яҙ айҙарында аттестация үткəн уҡытыусыларға сертификаттарын тапшырҙы. Артабан Данил Зиннəт улы форумда ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, мəсеткə йөрөү, дини ғилем алыуың бөгөнгө көндə бигерəк тə мөһим икəнлегенə баҫым яһаны. Мəсеттəрҙең матди хəлен яҡшыртыу, имамдарға ярҙам итеү буйынса бөтə халыҡ менəн эште йəнлəндереүҙең мөһимлеген билдəлəп үтте. Аҡһары ауылының иң əүҙем, тырыш, изгелекле, йөҙөнəн нур бөркөлөп торған Рəйфə Сəғəҙиева ауылдарында иман йорто кəрəклеге тураһындағы һорау менəн Данил Зиннəт улына мөрəжəғəт итте. Гөлсара ханым ауылдарҙа эскелектең шул тиклем ҡыҙғаныс, йөрəк өҙгөс ҡайғы килтереүен, шуның һөҙөмтəһендə ғаилəлəр тарҡалыуы, йəштəр, хатта балаларҙың һəлəк булыуы тураһында əрнеп һөйлəне һəм был əшəкелекте туҡтатырға кəрəклеген əйтеп, кисекмəҫтəн бергəлəп көрəшергə саҡырҙы. Был мəсьəлə бөгөнгө көндə үтə лə етди булып тора. Форумда ҡатнашыусылар эскелекте туҡтатыу буйынса төрлө тəҡдимдəр индерҙəлəр һəм етəкселəр тарафынан кисекмəҫтəн төрлө саралар күрергə һəм бөгөндəн был эште башларға тигəн һығымтаға килделəр. Өфө ҡунағы Халиҡова Р.И. мəсеттəрҙə уҡытыу эшен нисек алып барырға, ниндəй программалар, дəреслектəргə таянырға икəнлеген ентеклəп һөйлəне, был өлкəлə республикалағы эш системаһы менəн таныштырҙы. Мəктəптəр, урта, юғары уҡыу йорттарында əхлаҡ дəрестəрен ойоштороу тураһында аңлатты. Розалия Идрисовна Азат хəҙрəткə аттестация эшен уңышлы үткəреү, дини эштəргə ең һыҙғанып, етди тотоноуын, кадрҙар менəн дə, халыҡ менəн дə əүҙем эшлəүен һыҙыҡ өҫтөнə алып, рəхмəт белдерҙе. Мөғəллимə Хəбибуллина Факиһа апа үҙенең сығышында ислам динен өйрəнеүҙең кəрəклеге, мөһимлеге тураһында һөйлəне. Имам-мөхтəсиб Азат хəҙрəттең уҡытыу эштəрен ойоштороуға ҙур көс һалыуы өсөн рəхмəт əйтте. Байрамдың аҙаҡҡы өлөшөндə спонсор Хəлилов Азат Хəсəн улы тарафынан əҙерлəнгəн тəмле былау, алып килгəн күстəнəстəр менəн имам-мөхтəсиб һəм ярҙамсылар, Ғəлиə, Зəйтүнə һəм Зөлфирə тарафынан əҙерлəнгəн бай өҫтəлдə рəхəтлəнеп сəй эскəндəн һуң бергəлəп йома намаҙы уҡыныҡ. Бөтə ҡатнашыусылар килəсəккə бай рухи аҙыҡ алып, ғилем алыуға оло маҡсаттар менəн ойоштороусыларға рəхмəттəр əйтеп таралыштылар. Өҫтəп тағы ла ҡыуаныслы хəбəр еткерəбеҙ: Мəсеттə, уҡыуҙар 2 октябрҙə түбəндəге расписание менəн ойоштороласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Йома: 1синыф - 10.00 Шəмбе : 1синыф - 10.00 2 синыф - 12.00 3 синыф - 14.30 Ир-егеттəр йəкшəмбе көнө уҡыясаҡ. Дəрестəр графигы, синыфтарға бүлеү белем кимəле, төрлө ауылдарҙан килеүселəр, эшлəүселəрҙең ихтыяжына ҡулайлаштырып үҙгəрергə мөмкин. Бəйлəнеш өсөн телефон: 8927 927 58 60. Нурия ХƏЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы һəм Көйөргəҙе районы мөхтəсибəтенең мосолман ҡатын-ҡыҙҙары рəйесе

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей