Мәсетле районының Үлемһеҙ полкы

РАФИҠОВ (Сөнәғәтуллин) Мөҡим Ғәтиәт улы 1905 йылдың 21 февралендә Яңы Мөслим ауылында тыуған. Ғаилә дин тотҡанлыҡтан, уларҙы репрессиялағандар һәм тулы составта йәшәгән урындарынан ситкә – Свердловск өлкәһенең Баженово ауылына – ебәргәндәр.1942 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Санитар була. 1944 йылдың авгусында хәбәрһеҙ юғала.

СӘЛӘХОВ Фәхерйән Сәләх улы

1916 йылдың 20 февралендә Әжекәй ауылында тыуған. Совет һәм партия эшмәкәре була. Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1933-1936 йылдарҙа Оло Аҡа уҡыу йорто мөдире, ВЛКСМ-дың Башҡорт-остан өлкә комитеты курсанты булып эшләй.
1936 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Башҡорт кавалерия дивизияһының 112-се полкында ВЛКСМ-дың яуаплы секретары вазифаһын башҡара. 1942 йылдың апреленән 1943 йылдың авгусына тиклем Воронеж, Дон һәм Брянск фронттарында ут взводы командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Ауыр яралана һәм госпиталгә оҙатыла.
Яраланғандан һуң демобилизациялана, Мәсетле район Советы секретары, рәйесе булып эшләй. “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. 1959 йылда вафат була.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей