МӘСЕТЛЕ “ҠОМАРТҠЫ”ЛАРЫ
Башҡортостанда ауыл халҡы араһында айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. «250-ән алып 450-гә тиклем кеше йәшәгән уртаса тораҡ пункттар» категорияһында өсөнсө урынды Яңы Мишәр ауылы яуланы. Уларға ике миллион һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырылды.
Яңы Мишәр халҡы төньяҡ-көнсығыш башҡорттары йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү өҫтөндә әүҙем эшләй. Шуға бәйле ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы “Ҡомартҡы” ҡабартмалы сигеү коллективы эшмәкәрлеген билдәләп үтергә кәрәк.
Уның етәксеһе Эльвира Латипова әйтеүенсә, коллективты булдырыу теләге менән ул күптән яна башлай. Милли байрамдарҙа, төрлө күргәҙмәләрҙә йөрөгәндә, йыш ҡына ул матур ҡул эштәре менән һоҡлана. Айырыуса, милли кейемдәге инәйҙәр иғтибарын йәлеп итә. Ысылап та, тамбурлы сигеү менән ололар шөғөлләнә, а артабан улар юлын кем дауам итер һуң тигән уй тынғы бирмәй уға. Ауылдың оҫтабикәләре менән йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы туплап, Эльвира Ғабдулхай ҡыҙы коллектив эшен ойоштора. Бөйөк ҡомартҡыны киләсәк быуынға тапшырыу өҫтөндә күп саралар үткәрә улар.
Уларҙың хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Иң юғарыһы - «Тамға» II халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында "Ҡомартҡы" халыҡ коллективы ағзаһы Сәжиҙә Ханованың икенсе урын яулауы.
Тап беҙҙең “Ҡомартҡы”лар башҡорт милләтен һаҡлауға ҙур өлөш индерә, балаларын туған телгә һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә өйрәтә, милләттең киләсәге хаҡында хәстәрлек күрә.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы еЯңы Мишәр ауылы вәкилдәрен күреүе айырыуса ҡыуаныслы!