Мәрхәмәт акцияһы!

      Почта хеҙмәтҡәрҙәре бөгөн район хакимиәтенә үҙҙәре барған. Түрәләрҙең эше күп, тынғыһыҙ, мәшәҡәттәренән айырмай ғына, гәзиттәргә яҙҙырырға булғандар. Был, ысынында, мәрхәмәт акцияһы, хәлдәре булғандар, башҡа ойошма, мәктәптәргә үҙҙәре теләгән гәзит-журналға яҙҙыра ала. Юлай Ильясов бер нисә баҫмаға яҙылған, унан күрмәксе, башҡалар ҙа был эшкә ҡушылған.
     Азат хәҙрәт үҙе лә, ҡайһы бер фермерҙар ҙа бер юлы гәзит менән эшен бөтөргән, Дин әһеле Яҡуп балалар баҡсаһына кескәйҙәр баҫмаһын яҙҙырған, Мәмбәтҡолдан фермер, ҡоролтай ағзаһы һәм депутат Дамир Хәйбуллин, бер нисә "Көйөргәҙе" гәзитенә яҙҙырып, кемделер ҡыуандырып, сауаплы булған.
Өлгө күрһәтелде, хәҙер был эште башҡалар ҙа күтәреп алыр тип көтөлә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей