Мотайҙар эшләй ҙә, ял да итә белә

Районда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә, ауыл һәм урам байрамдарын үткәреү матур йолаға әйләнде. Йырлап-бейеү, күңел асыу сараһы ғына түгел улар, ә тораҡ пункттарҙа башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, урамдарҙы, йорттарҙы төҙөкләндереү, матур йәшәгән ғаиләләрҙе билдәләү һәм, иң мөһиме, туғанлыҡ ептәрен нығытыу йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә.

Сираттағы байрам Мотайҙа, дөрөҫөрәге күптәрҙең бала саҡ һәм йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған, тырыш хеҙмәт осоро тураһында хәтирәләрҙе уятҡан ауылдың иң йәмле урынында, Ағиҙел буйында, үтте. Ауыл ҙур түгел, унда бөгөн 66 йортта 172 кеше йәшәй. Ике фермер хужалығы, шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб эшләй. Мәктәп йәшендәге балалар Һарышҡа йөрөп уҡый. Халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар түбән булыуына ҡарамаҫтан, тырыштар йүнен табып, матур йәшәргә, заман менән бергә атларға ынтыла.

Ауыл халҡы байрамға ла ентекле әҙерләнгән. Граждандар сходында байрам үткәрелеүе тураһында хәбәр ителгәс тә, һәр кем йорт-ҡураһын, ихата-биләмәһен төҙөкләндереүгә тотонған. Хат еткән ергә хат, ат еткән ергә ат ебәреп, төрлө тарафтарҙа көн иткән туғандарын, ауылдаштарын барлағандар. Уларҙың эшләй ҙә, күңел дә аса белеүенә күрше-тирә ауылдар ҙа шаһит. Шуға ла байрам шатлығын уртаҡлашырға Һарыш, Аҡназар, Смаҡ, Боһормандан да килгәндәр. Был тәңгәлдә һәр ваҡыттағыса үҙешмәкәр артистар әүҙемлек күрһәтте.

Килгән ҡунаҡтар, иң беренсе, Рыҫҡоловтар, Ғәбиҙуллин-Рафиҡовтар, Солтанғоловтар ауылдаштар хөрмәтенә ҡорған табындар буйлап үтте. Байрам өҫтәлдәренең барыһы ла хужабикәләрҙең генә түгел, ә ғаилә башлыҡтарының да уңғанлығын, хеҙмәт яратыуын күрһәтте. Сәк-сәктәрҙең, бауырһаҡтарҙың, бәлештәрҙең, ҡоймаҡтарҙың, ит-һөт аҙыҡтарының төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашты.

Ә Кинйәбулатовтар бай табындарына эргәһенә шәжәрәләрен дә төҙөп элгән. Улар Мотай ауылының төп фамилияларының береһен тәшкил итә. Был хаҡта райондың ауыл хужалығы идаралығында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Урал Кинйәбулатов үҙҙәренең ырыу ағасы менән таныштырғанда әйтеп үтте.

Артабан сара сәхнәлә дауам итте. Һарыш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Булатов ҡотлау сығышында мотайҙарҙың сәмле лә, ғәмле лә булыуын билдәләне. Тап ошо һыҙаттары уларҙы бер-береһе менән ярышып донъя көтөргә, камиллыҡҡа ынтылырға булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Бында ауыл хужалығының төрлө тармағында эшләгән тырыш яҡташтарыбыҙ йәшәй. Үрнәк итеп ҡуйырҙай, маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ булырҙай хеҙмәтсәндәребеҙ бик күп, - тине ул байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

Ҡотлау һүҙҙәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Булат Биков, ауыл старостаһы, байрамды ойоштороуға күп көс һалған Мират Рыҫҡолов ҡушылды.

Бөтә ауыл халҡы йыйылған байрамда уңғандар, тырыштар билдәләнде. Был көндә “Өлгөлө йорт” номинацияһында Гөлназ һәм Айбулат Хәкимовтар еңеүсе тип табылды. Йорт-ҡура, хужалыҡ эштәрен алып барыу буйынса Резеда һәм Мират Рыҫҡоловтар алдынғылыҡ яуланы. “Өлгөлө йорт биләмәһе” номинацияһында Ләйсән һәм Альфред Үтәғоловтар бүләкләнде.

Дөйөм алғанда ауылда үрнәк булырҙай ғаиләләр бик күп. Байрам уңайы менән уларҙың бер төркөмө “Өлгөлө ғаилә” номинацияһында билдәләнде: Миңһылыу һәм Ринат Мансуровтар, Гөлфиә һәм Рауил Нуретдиновтар, Зөһрә һәм Илһам Бикиевтар, Айһылыу һәм Флорид Рафиҡовтар, Гөлназ һәм Азамат Солтанғоловтар.

“Оҫта ҡуллы хужабикә” исеменә Гөлназ Вәлитова лайыҡ булды.

Был көндә шулай уҡ бергә йәшәүҙәренең 30, 45, 55, 60 йыллығын билдәләгәндәр бүләкләнде. Шулай уҡ тораҡ пункттың иң оло кешеһе 90 йәшлек Кәбир Уразбахтин һәм иң бәләкәй гражданы Радель Аҙнағолов билдәләнде. Ғаилә юбилярҙары, номинацияларҙа еңеүселәр Фәнил Нуретдинов, Илһам Бикиев һәм Фәнис Камалетдинов әҙерләгән бүләктәрҙе алып ҡыуанды.

Байрамда шулай уҡ халҡыбыҙҙың көнкүрешен сағылдырған күргәҙмәләр ойошторолғайны. Наилә Күсәрбаева ҡороттоң төрлө төрҙәрен әҙерләгән. Уның янында күҙҙең яуын алып торған Светлана Сөләймәнова бәйләгән кофталар, күлдәктәр, шәльяулыҡтар ҙа иғтибарға лайыҡ булды. Шулай уҡ Фирүзә Ғиниәтуллина бешергән милли ризыҡтар урын алғайны. Ғөмүмән, байрамда милли йолаларыбыҙҙы күрһәткән күренештәр күп ине. Иртәнән кискә тиклем башҡорт халҡына ғына хас ҡунаҡсыллыҡ мөхите урынлашты. Ғаиләләр бер-береһенә “ҡунаҡҡа йөрөштө”, Гәүһәр Ҡорбанғәлиева, Рәйлә Аҙнағолова оло ҡаҙанда бешергән бишбармаҡтан ауыҙ итте, рәхәтләнеп аралашты, йырлап-бейеп күңел асты.

Ситтән ҡайтҡандар ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә, ауыл һәм туғандар менән бәйләнеште тағы ла нығытырға тигән ҡарарға килеп таралһа, төп ауыл халҡы байрам килгән ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килеүенән илһам, дәрт алды.

Һүрәттә: Атҡаҙанған колхозсы Фоат Динеев байрамға атын егеп, бала-сағаларҙы ултыртып алып килде.

Л. Абдрахманова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей