Иң мөһиме - теләк кәрәк

Әнүәр Әхмәтйән улы Мәхмүтов балыҡ тотоу менән күп йылдар шөғөлләнә. Ул Иҫке Көрмәнкәй ауылынан. Дим буйында үҫкәнгә күрә, был шөғөл уға бәләкәйҙән үк таныш. Малай сағында  тиҫтерҙәре менән бергә йәй буйына йылға буйында булалар: һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар, яр буйында мал көтәләр һәм әлбиттә, балыҡ ҡармаҡлайҙар.  Тап шул ваҡытта Әнүәр Әхмәтйән улының үҙе яһап алған ҡармағы менән ошо мауығыуға ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә һәм уға  бөгөн дә тоғро ҡала.

Ул Дәүләкәндә оҙаҡ йылдар йәшәй.  Авторемонт заводында, 2-се иген продукттары комбинатында эшләй, ә 2013 йылда тыуған ауылына ҡайта. Әнүәр Әхмәтйән улы ваҡытында авторемонт заводының профсоюз комитеты Асылыкүл буйында коллектив менән ял, балыҡ тотоу буйынса ярыштар ойоштороуын һағынып иҫкә ала. «Бар ине ваҡыттар!» - ти ул.

Ғаилә башлығы йыл әйләнәһенә балыҡ тота: ҡышын ялтырауыҡлы ҡармаҡ сыбығына, оҙон морон ҡарышлауығына, йылтырмаға, ә йәй көнө ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа, донкаға тота, спиннинг  менән йыртҡыс балыҡтарға «һунарсылыҡ» итергә ярата. Балыҡсылыҡ буйынса тәжрибәһе ҙур булһа ла, үҙен ҡомарлы балыҡсы тип һанамай, ә тыйнаҡ ҡына - һәүәҫкәр балыҡсы тип атай. Балыҡты күберәк Димдә ҡармаҡлай, ә яҙ көнө, боҙ йоҡарғас, Асылыкүлгә бара. Һәр балыҡсыныҡы кеүек үк, уның да йылғаның юғары ағымында үҙе генә белгән урындары бар,  яратҡан урыны тураһындағы һорауға: «Яратҡан урын ул – ҡайҙа балыҡ ҡаба!» - тип хәйләкәр генә яуап бирҙе. Әгәр балыҡ ҡаба икән, ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, ҡанда адреналин уйнай, алынған табыш ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Ҡармаҡ ебенең тартылыуын көтөү – ул күңелгә рәхәтлек биреүсе шөғөл, ҡоштар йыры, сиңерткәләр сыңы, әкрен генә аҡҡан йылға тауышы, йылғала балыҡтар уйнауы күңелгә бөтмәҫ ҡәнәғәтлек килтерә. Был – тәбиғәттә булыуҙан күңелгә ләззәт биреүсе ял төрө. Балыҡ ҡармаҡлауҙың сағыу тәьҫораттарын иҫкә алып, Әнүәр Әхмәтйән улы үҙенең йылға буйындағы тарихтарын һөйләй.

- Бер ваҡыт йәйге кистә йәйен ҡаптырырға киттем. Бер аҙҙан күрәм, ҡармаҡ бөгөлә. Бер нисек тә  күтәреп ала алмайым, бүрәнәгә эләккәндер кеүек тойола. Ҡармаҡ ебен әкрен генә тартам, ағастан ысҡындырыу өсөн фонарь яндырҙым. Алайым тип эйелһәм, ҡармағым киҫкен тартылып та китте, ҡармаҡ та, фонарь ҙа һыу төбөнә китте. Был юлы йәйен минән көслөрәк булып сыҡты.

Тағы ла хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Дыммановка ауылы эргәһендә ҡыш көнө балыҡ ҡармаҡлау иҫкә төштө. Сираттағы мәкенән ун килограмға яҡын ҡорман балығы ҡаптырҙым, икенсе көндө лә шулай уҡ дауам итте! Уңышым тураһында таныштарым менән  уртаҡлаштым, өсөнсө көндө бында егермеләгән урындағы балыҡсы ултыра ине – балыҡ ҡабыуҙан туҡтаны! Балыҡ ул тынлыҡты ярата, - тип йомғаҡлай һүҙен Әнүәр Әхмәтйән улы.

Балыҡсының иң ҙур табышы – ун килограмлы йәйен – ул беҙҙең йылғала иң ҙур балыҡ. Районда 50 килограмға тиклем йәйен тотҡан осраҡтар ҙа билдәле. Табышты нимә эшләтәһегеҙ тигән һорауға, Әнүәр Әхмәтйән улы: «Балаларға таратабыҙ, үҙебеҙ ашайбыҙ. Ҡатыным бик тәмле уха бешерә, ул бит балыҡсы ҡыҙы», - тип яуап бирә. Әңгәмәсебеҙҙең ҡатыны Һәҙиә Ғүмәр ҡыҙы менән һөйләшкәндә ҡыҙыҡлы тарих асылды. Ваҡытында Дәүләкәндә район-ара балыҡсылыҡ хужалығы станцияһы, ә Көрмәнкәйҙә ошо станцияның бүлексәһе  булған. Унда уның олатаһы һәм атаһы эшләгән. Станция үткән йөҙ йыллыҡтың 30-сы йылдарынан 70-се йылдарға тиклем эшләгән, ә балыҡсылар балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән. Мәхмүтовтарҙың ғаилә архивында артель балыҡсылары ҙур табыш менән төшкән ҡыҙыҡлы фотоһүрәт һаҡланған. Улар араһында Һәҙиә Ғүмәр ҡыҙының олатаһы ла бар.

- Ул ваҡытта йылға таҙа, балыҡ күп ине, - ти Әнүәр Әхмәтйән улы. – Бөтә ауыл халҡы Димгә һыуға йөрөнө, уны рәхәтләнеп эсергә була ине. Хәҙер баҙнат итеүсе  юҡтыр. Экология насарланды, браконьерҙар күбәйҙе, улар йылғаға ҡәнәғәтлек алыу өсөн түгел, ә күберәге  табыш артынан килә. Тәбиғәтте яратыуҙы, уны хәстәрләүҙе оноттолар.

Балыҡсы көнө байрамы һеҙҙең өсөн ҡайһы яғы менән әһәмиәтле, тигән һорауға Әнүәр Әхмәтйән улы яурындарын йыйырып:

- Һәр балыҡҡа барыуым – минең өсөн балыҡсы көнө. Табыш булһа – ул байрам, юҡ икән – яратҡан шөғөлөмә ихтирам. Иң мөһиме – балыҡ тотоу теләге, һәм ул мине ташламай!

Сергей Чиков.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей