Мəңгелек хəтер

Ғаллəметдин дə егет ҡорона етə. Ниһайəт, 1935 йыл Ҡыҙыл Армия сафтарына алына. Башта Йыраҡ Көнсығышта хеҙмəт итə. Унда кесе лейтенанттар əҙерлəй торған курстарҙы тамамлай һəм 21-се дивизияның
взвод командиры итеп билдəлəнə. Һуғыш башланып бер нисə ай үтеү менəн, август айында ул хеҙмəт иткəн дивизия Төнъяҡ фронтына ебəрелə. Унда был взвод Ладога күле буйында Ленинградты обороналау өсөн тəғəй-
енлəнə. Шулай итеп, Ғаллəметдингə тарихи «Йəшəү юлы»н һаҡларға тура килə, ҡамауҙағы ҡаланы аҙыҡ-түлек, һуғыш кəрəк-яраҡтары менəн тəьмин итеүҙə ҡатнаша.

…Ҡар яңыраҡ ҡына төшə башлаған саҡ. Кесе лейтенант Ғаллəметдин Низаметдинов иртəнге сəғəт биштəрҙə һаҡсыларҙың хеҙмəтен тикшерергə сыға. Шул ваҡыт ул дошман разведкаһының тылға үтеп кереүен шəйлəй.
Был төркөм ете кешенəн торған була.Уларҙың “тел” алып китергə маташыуын аңлай ул. «Алып китмəй торһондар əле», - ти Ғаллəметдин үҙ алдына һəм тегелəрҙе уҙҙырып, үҙе һөжүм
итə. Уның тəүəкəллеге арҡаһында ике немец үҙҙəре “тел” хəлендə ҡала, башҡалары ҡасып ҡотола. Əммə кесе лейтенант үҙе лə яралана. Икенсе көндө взвод командирын тылға –Свердловск хəрби госпиталенə оҙа-
талар…
1942 йылда Силəбе өлкəһенең Үрге Өпəле (Верхний Уфалей) ҡалаһында 720-се махсус уҡсы полкы төҙөлəс, апрель айында уны Көньяҡ-Көнбайыш фронтына ебəрəлəр. Харьков ҡалаһы өсөн барған ҡаты
алыштарҙа кесе лейтенант Низаметдинов тағын яралана. Аяғын снаряд ярсығы тишеп сыға. Итеге ҡан менəн тула, лəкин ул взвод менəн командалыҡ итеүҙе дауам итə. Алыш тынғандан һуң, хəлдəн сығып йығыла. Алған
яраһы ныҡ ҡаты булып сыға. Тағы бер айҙан артыҡ госпиталдə дауаланырға мəжбүр була. Һауығып аяҡҡа баҫҡас, ул запастағы полкка ебəрелə һəм бында уға лейтенант званиеһы бирелə. 1943 йылдың мартында Ғал-
лəметдин авзый «Выстрел» тигəн тактик уҡсылар əҙерлəү курстарында уҡый башлай. Июнь аҙаҡтарында курс тамамлана һəм лейтенант Низаметдиновҡа танктарға ҡаршы рота (ПТР) командиры вазифаһын йөкмəй-
ҙəр. Беренсе Украина фронтының 1-се танк армияһы составында уның ротаһы ҙур-ҙур алыштарҙа ҡатнаша. «Берлин өсөн барған һуғыштар,əле булһа төштəремə керə», - тип иҫкə ала ине ул. 1945 йылдың апрель
аҙаҡтарында уның ротаһы Шпрее йылғаһын кисеп, фашистарҙың ете бронетранспортерын яндыра. Йылға аша кисеүҙе яҡшы ойоштоғаны, оҫта командалыҡ иткəне өсөн Ғаллəметдин Низаметдинов «Ҡыҙыл Йондоҙ»
ордены менəн бүлəклəнə. 2 май көнөндə Берлин ҡалаһында ул контузия ала, лəкин госпиталгə ятыуҙан баш тарта. Яуҙың һуңғы көндəрендəгенə ротаһын ташлап китəһе килмəй.
Һуғыштан һуң лейтенант Низаметдинов Германия ерендə хеҙмəтен дауам итə. Шулай ҙа күңеле Тыуған илгə ашҡына. Һуғыш барған йылдарҙа атаһы үлеп, үгəй əсəһе лə ауырыу килеш балалар менəн тороп ҡала, улар
ярҙамға мохтаж. Шуға күрə ул, үҙен отставкаға ебəреүҙəрен һорап, рапорт яҙа. Əммə тəжрибəле командир,кадровый офицер булғанлыҡтан, үтенесен ҡəнəғəтлəндерергə ашыҡмайҙар. Икенсе тапҡыр рапорт яҙғандан
һуң, 1946 йылдың октябрь айында ғына өйөнə ҡайтыу мөмкинлеге бирелə.Тыныс тормоштоң тəүге йылдарында Ғаллəметдин авзый Үрге Өпəле ҡалаһында эске эштəр органдарында тəьминəтсе булып эшлəй.
1950-се йылда, Көйөргəҙе районы Маяҡ ҡасабаһына эшкə килə. Ул төҙөлөш эштəре буйынса комендант эшен башҡара. Һуңынан, ун йыллап ваҡыт үткəс, Шəбағыш ауылында төплəнə. Дини рухта тəрбиəлəнеп үҫкəн
егет булараҡ, һуғыш яландарында ул белгəн барлыҡ доғаларын да ҡабатлап йөрөй. Тыныс тормошҡа күскəс,ата-əсəһенəн ҡалған дини китаптарҙы уҡый. Кушнаренко районында йəшəүсе бер еңгəһе уға «Йəсин»
сүрəһен почта аша яҙып ебəрə. Ғаллəметдин авзый уны шунда уҡ ятлап,мəғəнəһенə лə төшөнə. Унан башҡа доғаларҙы, йəш саҡта үҙлəштереп өлгөрмəгəн намаҙ тəртиптəрен дə өйрəнə. Дəһрилек “сəскə атҡан” көн-
дəрҙə лə ул бер кемдəн дə тартынмай. Кеше Аллаһы Тəғəлəнəн генə ҡурҡырға, ғəйебе булмаһа, башҡа берəүҙəн дə ҡурҡырға тейеш түгел тип һанай ул. «Иман шартын» да тулыһынса ятлай, уның мəғəнəһен
ныҡлап үҙлəштерə. Тора-бара «Ҡөръəн» уҡыу тəртиптəрен дə өйрəнə. Барыһын да төшөнөп бөткəс, Мөхəммəтсафа мулла менəн йыназа, ғəйет намаҙҙарын да уҡый башлай. 1973
йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, уның мөмкинлектəре арта төшə. Əммə Ғаллəметдин авзый донъяуи ғəмəлдəрҙе лə онотмай. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул «Күмертау» совхозына ярҙамлашыуҙан
туҡтамай. Пенсияға сыҡҡас та, уны 10 йыл төрлө эштəргə йəлеп итəлəр. Ул ат егеп сəсеү орлоғо ташый, бесəн əҙерлəү, уңыш йыйыу кампанияларында əүҙем ҡатнаша. Ваҡыт һыу кеүек аға. Быуындар
алышына, кешелəр олоғая. Мөхəммəтсафа хəҙрəт Кантюков та ҡаты ауырый һəм ул Ғаллəметдингə: - Мин инде оҙаҡ йəшəй алмам, - тип васыят əйтə. – Дини йолаларыбыҙҙы тик һин генə алып бара алы-
рһың, минең изге ғəмəлемде дауам итерһең инде.Ғаллəметдин авзый остазының васыятын тулыһынса үтəй, ауылдаштарының ышанысын аҡлай. Үҙенең изге эштəре, күркəм ғəҙəттəре менəн башҡаларға үрнəк булып тора.
Хəҙрəт халыҡтың күптəнге хыялы булған мəсет төҙөү эштəрен башлай.1996-сы йылда, Шəбағыш ауылы күрке булып, мөһабəт манаралы Аллаһ йорто ҡалҡып сыға. Изге Ҡорбан ғəйете көндө мəсет үҙенең ишектəрен аса. Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы,имам-хатиб Ғаллəметдин хəҙрəт йыйылған халыҡты ошо ҙур ваҡиға менəн ҡотлай, бик матур, бай йөкмəткеле вəғəз һөйлəй. Ғаллəметдин хəҙрəттең мəктəптə уҡыусы ейəндəре лə келəм
өҫтөнə теҙелешеп ултыралар. Ҡартатайҙарынан өйрəнеп алған доғаларҙы улар был көндө яттан һөйлəне. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаллəметдин ағай Низаметдинов Шəбағыш ауылы мəктəбендə, мəҙə-
ниəт йортонда үткəн байрам сараларына, осрашыуҙарға бик телəп йөрөнө. Уның сығыштарын өлкəндəр ҙə, балалар ҙа йотлоғоп тыңлар ине. Запастағы хəрби офицерҙың хəтере шул тиклем яҡшы булды: һуғышҡа
бəйле төрлө даталар, ваҡиғалар, исем-атамалар тураһында түкмəйсəсмəй һөйлəй ала ине ул.Оҙон тормош юлы үткəн ветерандың Тыныслыҡ урамы буйлап хəрбилəрсə төҙ баҫып, кəүҙəһен тура
тотоп, яйлап ҡына атлап килеүҙəре əле һаман күҙ алдында. Уның менəн аралашҡан, һөйлəшеп ултырған ваҡыттарҙы һағынып иҫкə алам. Ғаллəметдин хəҙрəттең вафатына лаегерме йылға яҡын ваҡыт уҙған. Ба-
лалары һəм ейəндəре уның үҙе иҫəн саҡта һөйлəгəн иҫтəлектəрен яңырта, Бөйөк Ватан һуғышы яландарында күрһəткəн батырлығы тураһында Интернет селтəрендə, матбуғат биттəрендə баҫылып сыға. Уның яҡты
иҫтəлеге фоторəсемдəрҙə, яҡын кешелəренең, йəш быуындың күңел түрендə һаҡлана. Мəңгелек хəтер! Фронтовик ауылдашыбыҙ Ғаллəметдин Низаметдиновтың рухы шат булһын. Илшат НƏЖМИЕВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей